Силәбе аша — Ҡытайға24.10.2015
Республика Башлығы Рөстәм Хәмитовтың Силәбе өлкәһе губернаторы Борис Дубровский менән осрашыуында ике төбәк араһындағы эшлекле һәм мәҙәни хеҙмәттәшлекте нығытыу мәсьәләләре тикшерелде.
– Беҙ ҡул ҡуйған килешеүҙәргә ярашлы эш алып барабыҙ. Бәйләнештәрҙе әүҙемләштереү, һөҙөмтәлерәк итеү яҡлыбыҙ. Берлектә тормошҡа ашырырға теләгән бер нисә проект та бар, – тине Рөстәм Зәки улы. – Силәбе өлкәһендә төҙөлгән логистика үҙәге беҙгә лә ярҙам итә. Әле аҙыҡ-түлек йәһәтенән Ҡытай менән сауҙа итеү мөмкинлеген тикшерәбеҙ. Был йәһәттән логистика үҙәгенең әһәмиәте тағы ла арта.
Башҡортостан Башлығы Силәбе өлкәһе губернаторына башҡорт диаспораһына булышлыҡ иткәне өсөн рәхмәт белдерҙе. Хеҙмәттәшлеккә килгәндә, Борис Дубровский Башҡортостан делегацияһына Ҡытайҙа сауҙа партнерҙарын эҙләүгә йүнәлтелгән күсмә сессияла ҡатнашырға тәҡдим итте.