Беҙҙән — нефть, ә һеҙҙән?..24.10.2015
Рөстәм Хәмитов Ҡырғыҙстан Хөкүмәтенең Джалал-Абад өлкәһендәге тулы хоҡуҡлы вәкиле Йомагөл Эгамбердиева менән осрашты. Ул Башҡортостанға ШОС һәм БРИКС илдәре төбәктәрендәге бәләкәй эшҡыуарлыҡтың беренсе форумында ҡатнашыу өсөн килгән.

Яҡтар төбәк-ара хеҙмәттәшлекте нығытыу мәсьәләләрен тикшерҙе.
– Әле беҙҙә ғәмәлдәрҙең “юл карта­һы” төҙөлдө, – тине Башҡортостан Баш­лығы. – Аныҡ һөҙөмтәләр кәрәкле­ген аңлайбыҙ. Производстволар асыр­ға, тауарҙар менән алмашырға, дөйөм көн тәртибен билдәләргә кәрәк.
Осрашыуҙа Ҡырғыҙстандан емеш-еләк, йәшелсә килтереү юлдары тикшерелде. Бешкәктә, шулай уҡ башҡа ҡалаларҙа ла берлектәге предприятиелар ойоштороу буйынса төплө фекер алышыу үтте.
– Өфөлә асылған майҙансыҡ Баш­ҡорт­остан менән генә түгел, Рәсәйҙең бүтән төбәктәре менән дә һөҙөмтәле эш итеү мөмкинлеген бирә, – тине Йомагөл Эгамбердиева.
2014 йыл йомғаҡтарына ҡарағанда, Башҡортостан менән Ҡырғыҙстан ара­һындағы тауар әйләнеше 132,2 миллион доллар, шул иҫәптән экспорт – 132, импорт 0,2 миллион доллар тәш­кил иткән. Башҡортостандан был тө­бәк­кә нефть продукттары, ағас эшкәртеү, химия, металлургия, аҙыҡ-түлек сәнә­ғәте тауарҙары сығарыла, Ҡырғыҙ­стан­дан иһә электр лампалары ташыла.
Республикабыҙҙа ҡырғыҙ капиталы ҡатнашлығында дүрт предприятие эш­ләй. Улар күмәртә сауҙаһы, йөк ташыу менән мәшғүл.


Вернуться назад