Итальяндарҙы бер ни ҡурҡытмай24.10.2015
Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов Италияның Qualitaly мәҙәниәт, туризм һәм гастрономия ассоциацияһы президенты Массимилиано Панеро менән осрашты. Яҡтар берлектәге проекттарҙы тормошҡа ашырыу мөмкинлеген тикшерҙе.

– Беҙҙең байтаҡ мәнфәғәттәребеҙ уртаҡ. Эшҡыуарҙарыбыҙ хеҙмәттәшлек итергә теләй, – тине Рөстәм Зәки улы.
Әле Италия вәкилдәре берлектәге хеҙмәттәшлек өсөн документтар әҙер­ләй. Уларҙы санкциялар ҙа, сәйәси хәлдәр ҙә ҡурҡытмай.
Әйткәндәй, Италия – Башҡортос­тан­дың төп партнерҙарының береһе. Тыш­ҡы сауҙа әйләнеше күләме буйын­са ул өсөнсө урынды биләй. Былтыр алыш-биреш күләме 1,7 миллиард дол­ларға еткән. Респуб­ликабыҙ Италияға нигеҙҙә нефть һәм нефть продукттары, шулай уҡ органик химия тауарҙары, ашлама, каучук, металл сым, күн сығара. Баш­ҡортостанға иһә машина эшләү, химия, металлургия сәнәғәте әйберҙәре килте­релә. Төбәктә итальян капиталы ҡат­наш­лығында 13 предприятие ойош­то­ролған.




Вернуться назад