Кем нисек булдыра ала...24.10.2015
Туризмдан алынған саф табыш донъяла нефть сәнәғәтенән килгән төшөмгә тиңләшә яҙа. Ер йөҙөндә йылына 1 миллиард самаһы сәйәхәт ҡылына. Донъя күрергә теләүселәр башлыса Европа, Азия, Америка илдәрен һайлай.
Һуңғы йылдарҙа туризм, уның үҫеше тураһында күп һөйләйбеҙ. Башҡортостанға ла туристар йышыраҡ килә башланы. Ғөмүмән, элек беҙҙең өсөн урманда гитара тотоп, кисен усаҡ янында ултырған кеше турист булһа, бөгөн был һүҙҙең төшөнсәһе киңәйә төштө. Уның төрҙәрен байҡап сығайыҡ.
Сәләмәтләнеү (рекреация) туризмы. Иң тос өлөш ошо йүнәлешкә тура килә. Үҙ эсенә медицина һәм ял итеү йүнәлештәрен ала. Был йәһәттән маҡтана алабыҙ – республикабыҙҙа шифаханалар бихисап.
Әҙәби, тарихи, ғилми һәм кинотуризм. Әҫәр сюжетында һүрәтләнгән урындарға алып баралар, унда телгә алынған аш-һыу менән һыйлайҙар. Был йүнәлештә «Ирәмәл» тәбиғәт паркы хеҙмәткәрҙәренең «Урал батыр» эпосын ҡулланыуҙарын билдәләргә кәрәк.
Эшлекле туризм. Берәй семинарға, күргәҙмәгә йә кәңәшмәгә ситтән кеше саҡырыла икән, шул эшлекле туризм тип атала. Өфөгә командировкаға килеүселәр ҡаланың уңайлы булыуын, матур урындарҙың күбәйеүен, ҡаланың бөхтәлеген һыҙыҡ өҫтөнә ала.
Агротуризм. Испания, Италия, Францияла ныҡ үҫешкән. Турист күпмелер ваҡытҡа ысын ауыл кешеһенә әйләнә. Урындағы йолалар һәм тарих, ғөрөф-ғәҙәт менән танышыу, ябай аҙыҡ-түлек ашау, үҙеңде физик эштә һынап ҡарау, тәбиғәткә яҡыныраҡ йәшәү һәм ҡала ритмынан арынып тороу мөмкинлеге күп заман кешеләрен әүрәтә икән.
Агротуризмдың төрө джайлоо-туризм йәйләү һүҙенән алынған икән! Туристар тирмәлә, тәбиғәт ҡосағында йәшәй, һыбай йөрөй, ҡымыҙ бешеп эсә, милли йыр-бейеүҙәргә өйрәнә. Йәйләү туризмы беҙҙең шарттар өсөн бигерәк ҡулайлы.
Экотуризм. Төп асылы – тәбиғәт ҡосағында ял итеү. Күп осраҡта тәбиғи мөхиткә яҡыныраҡ булыу һәм уға мөмкин тиклем аҙыраҡ зарар килтереү өсөн йәйәү йөрөйҙәр, цивилизация уңайлыҡтарының күбеһенән баш тарталар. Рәсәйҙә, мәҫәлән, Байкал тирәләй йәйәү йөрөү популяр. Йүнле юл һәм ҡунаҡханалар булмағас, Ирәмәлгә барыуҙы ла ирекһеҙҙән ошо йүнәлешкә индерергә мөмкиндер. Экотуризм Лаос, Кения, Эквадор, Непал, ЮАР кеүек илдәрҙә таралған. Европа илдәрендә тәбиғәт ҡурсаулыҡтарына һәм милли парктарға сәйәхәт ҡылалар.
Нью-Эйдж туризм. Төрлө дини секта ағзалары, мистика-хөрәфәткә бирелеүселәрҙең даими рәүештә «көс урындарына» йыйылыуҙары. Ирәмәлгә, Ахундағы мен-гирҙарға йә Арҡайымға кем генә килмәй бит… Ә Һиндостан йә Тибетта ундайҙар быуа быуырлыҡ. Билдәле Саи Бабаға килеүселәрҙең яртыһы – Рәсәйҙән.
Фестиваль туризмы. Ситтән күп кешенең ниндәйҙер мәҙәни сараға йыйылыуы.
Экстремаль туризм. Теге йәки был кимәлдә тәүәккәллек, ниндәйҙер ҡаршылыҡтар аша үтеүҙе талап итә. Төрҙәре бихисап, шул иҫәптән:
l“иҫән ҡаламмы-юҡмы”. Бысаҡ һәм шырпы (саҡматаш) менән генә ҡоралланған кеше ҡырағай тәбиғәттә йәшәй, үҙен ризыҡ һәм йоҡо урыны менән тәьмин итә;
lавтомобиль туризмы. Серҙәрен аңлатып торорға ла кәрәкмәйҙер. Иң популяр маршруттар: диңгеҙ буйҙары, Алтай крайы, Карелия, Рәсәйҙең боронғо ҡалалары ҡулсаһы;
lальпинизм һәм тау туризмы. Беренсеһендә төп маҡсат итеп аныҡ бейеклеккә күтәрелеү мәсьәләһе ҡуйылһа, икенсеһендә үрҙән-үргә үрмәләп кинәнәләр;
lджиппинг. Юлһыҙ ерҙәрҙән махсус автомобилдәрҙә сәйәхәт ҡылыу. Кавказда, Алтайҙа, Ҡара диңгеҙ буйында киң таралған;
lиндустриаль туризм. Ташландыҡ, әлеге мәлдә ҡулланылмаған иҡтисад йә хәрби объекттарға барыу. Донъяла иң популяр объект – Чернобыль атом станцияһы һәм бушап ҡалған Припять ҡалаһы. Экскурсия хаҡы – 90 доллар, йәғни өс мең һум тирәһе. 2012 йылда 88 дәүләттән туристар килгән була. Фукусима станцияһындағы авариянан һуң бында япондар күп күренә башлаған, ти;
lһыу туризмы. Шул иҫәптән дайвинг (һыуға сумып йөҙөү өсөн ҡайҙалыр барыу), каякинг (бәләкәй кәмә), рафтинг (тын тултырмалы кәмә) – тау йылғаларынан йөҙөп төшөү, һалда сәйәхәт итеү;
lйәйәүле туризм. Был да исеменән аңлашыла. Модаға инә барған яңы төр, турист үҙе менән бик аҙ йөк ала, мәҫәлән, палатка күтәрмәҫ өсөн урманда ҡыуыш ҡороп ҡуна. Францияның йәйәүле туристары Соня менән Александр Пуссендар өс йыл да өс айҙа Африкала 14 мең километр юл үткән;
lавтостоп. Юл ыңғайы осраған транспортта сәйәхәттә йөрөү. Төп шарт – водителдең тәғәйен урынға бушлай илтеүе.