Мәктәп, балалар тураһында яҙыусылар беҙгә, башҡорт теле уҡытыусыларына, дәрестәр үткәргәндә, шулай уҡ һәләтле балаларҙы үҫтереүҙә оло терәк булып тора.
Әйтер өгөт-нәсихәтте, файҙалы кәңәште туранан-тура түгел, матур тел, художестволы образ аша еткереүҙең тәрбиәүи әһәмиәте баһалап бөткөһөҙ.
Шуның өсөн компьютер, телевидение, балаларҙың күңелен икенсе юҫыҡҡа бора торған башҡа нәмәләрҙән беҙ төрлө алымдар менән йәш быуынды ҡурсалап торабыҙ, уларҙы гәзит-журнал, китап уҡырға ылыҡтырабыҙ. Күмертау ҡалаһына республикабыҙ яҙыусылары йыш килеп тора, балалар уларҙың китаптарын кемуҙарҙан яратып уҡый, ыңғай геройҙарҙан фәһем ала, яйлап ҡына үҙҙәре лә ижадҡа ынтыла.
Мин февраль айында Өфө ҡалаһынан яҙыусы Лира Яҡшыбаева һәм “Мәләүез таңдары” әҙәби ойошмаһының етәксеһе шағирә Мәрйәм Күсмәева менән беҙҙең Күмертау ҡалаһында булған ошондай ҡыҙыҡлы һәм фәһемле осрашыу хаҡында һөйләмәксе булам.
Осрашыу беренсе көндә ҡаланың үҙәк китапханаһында, ә икенсе көндә Башҡорт республика гимназияһында булды. Сатлама һыуыҡ ололарҙы ла, балаларҙы ла ҡурҡытманы, зал тулы ине.
Лира Яҡшыбаева балаларға үҙенең “Исемем Салауат булһын” китабы, балалар өсөн хикәйәләре, повестары аша таныш. Уның бығаса бик әҙ яҙылған изге кешеләр — әүлиәләр тураһында яҙғандарын ҡыҙығып уҡыйҙар.
Үҙе гел балалар эргәһендә эшләгәнгә күрәлер инде, Лира Яҡшыбаеваның хикәйәләре ябай, еңел уҡыла, ләкин һәр бер әҫәрендә халыҡсан педагогик алым һәм психологик тәрәнлек ята. Йәшәү мәғәнәһен, ғүмере буйына туплаған күңел йәдкәрен, рухи хазинаһын әҫәрҙәре аша кешеләргә өләшеүгә бағышлаған автор балаларға әйтер һүҙҙәрен йөрәк ҡушыуы буйынса яҙыуы һиҙелеп тора. Ул иҫтә ҡалырлыҡ образдар тыуҙырыу өсөн туған телебеҙҙең һүҙ байлығын, уның нескәлектәрен оҫта файҙаланған.
Осрашыу миҙгеле балалар өсөн генә түгел, уҡытыусыларға ла тулҡынландырғыс ине, сөнки авторҙарҙың үҙҙәрен күреп, ҡыҙыҡһындырған һорауҙар биреү, асыҡтан-асыҡ һөйләшеү, аралашыу бик файҙалы булды һәм бер кемде лә битараф ҡалдырманы. Лира Яҡшыбаева менән Мәрйәм Күсмәеваның ижады һөйөү, изгелек, яҡшылыҡ һәм яҡтылыҡ менән мөлдөрәмә тулы, шуға ла балалар күңеленә яҡын. Тәрбиәнең башы ғаиләлә бирелеүе һәм йола, ғөрөф-ғәҙәт, традицияларҙың шәхес тәрбиәләүҙә ни тиклем ҙур роль уйнауын, нисек итеп үҙеңдә тырышлыҡ, ныҡышмалылыҡ, ауырлыҡты еңеп сығырлыҡ ихтыяр көсө булдырыу юлын әҙиптәр төрлө образдар аша һөйләп бирә.
Шағирә Мәрйәм Күсмәеваның йырлап ҡына уҡылған шиғырҙарын үҙенең ауыҙынан ишетеү бер кемде лә битараф ҡалдырманы.
Осрашыу аҙағында балалар үҙҙәрен ҡыҙыҡһындырған һорауҙарын бирҙе, китаптарына автограф алды.
Нурия ХӘЛИЛОВА,
Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы.
Күмертау ҡалаһы.