Салауат бәләкәй сағынан уҡ баҡсалары эргәһендәге Аҡманай күлендә сумырға ярата. Хатта бер ваҡыт алтын алҡа табып, әсәһенә алып ҡайта.
Инде бөгөн утыҙ йәште үткән егет, журналист һөнәренә уҡып сыҡһа ла, икенсе өлкәлә эшләп, бына биш йыл инде буш ваҡытында дайвинг менән шөғөлләнә. Телевидениелағы бер тапшырыуҙа осраҡлы ғына күреп ҡалдым үҙен. Гидрокостюм кейгән егеттең һыуҙан сығып, интервью биргән мәленә тап булдым. Иғтибарлыраҡ ҡарап, шағир Сафуан Әлибаевтың улы Салауатты таныным.
Күптән түгел Әҙәбиәт йылы уңайынан күренекле әҙип Сафуан Әлибаевтың ижадына арналған кисәгә уның ҡатыны Фәрҙиә Әхмәт ҡыҙы Дүртөйлө ҡалаһына мине лә барырға саҡырҙы. Машинала Салауат беҙҙе елдертеп кенә алып китте. Ә мин инде, форсаттан файҙаланып, дайвинг тураһында һораштым.— Нимә ул һинең өсөн дайвинг: спортмы, экстриммы, әллә мауығыумы?
— Бөтәһе лә бергәлер, моғайын. Кемдәрҙер парашютта һикерә, икенселәр ер аҫты байлыҡтарын эҙләй, археологтар тарих төпкөлдәрен байҡай, өсөнсөләр ҡаяларға үрмәләй, мәмерйәләргә төшә... Ә беҙҙең кеүек дайверҙар һыу аҫты донъяһына сума.
— Дайвер булыр өсөн ныҡлы һаулыҡ кәрәктер...
— Әлбиттә. Әгәр һаулығың булмаһа, оҙайлы, ныҡышмалы күнекмәләр үткәрмәй тороп, әҙерлекһеҙ килеш экстрим артынан ҡыуып, фажиғәгә юлығыуың да бар. Һыу аҫты донъяһын байҡарға теләгән кеше иң беренсе сиратта һәйбәт йөҙә белергә тейеш. Унан бер ваҡытта ла һыуға бер үҙеңә генә инергә ярамай. Хатта тәжрибәле дайверҙар ҙа һыу төбөнә яңғыҙ төшмәй. Мотлаҡ страховканың булыуы мөһим.
— Бер төшкәндә күпме ваҡыт һыу аҫтында йөрөргә мөмкин?
— Бер сәғәт йәки сәғәт ярым булабыҙ. Артығына һауа етмәй. Кислород баллондарының мөмкинлеге шундай.
— Ә һин нисә тапҡыр һыу эсендә булғаныңды иҫләйһеңме?
— Һанағаным юҡ. Әммә яҡынса йөҙ сәғәттән ашыу булғанмындыр.
— Гидрокостюмды, башҡа кәрәк-яраҡты үҙең алдыңмы? Бик ҡиммәткә төшкәндер бит...
— Һәр дайверҙың бөтә ҡорамалдары ла үҙенеке. Гидрокостюм, йөҙгөстәр, маска, кислород баллоны, һыу аҫтында яҡтырта торған фонарь һәм башҡаларҙы алыуға байтаҡ аҡса кәрәк. Бая әйткәнемсә, һаулыҡ һәйбәт булырға тейеш, сөнки гидрокостюмдың үҙенең генә ауырлығы 20 килограмм тирәһе булалыр.
— Шул сама йөк, етмәһә, кешенең кәүҙә ауырлығы ла ҙур булһа, былар дайверға ҡамасауламаймы?
— Юҡ, һыуға ингәс, кәүҙә ауырлығы һиҙелмәй бит ул.
— Күҙлекле кеше дайвер була аламы?
— Был осраҡта, әлбиттә, үҙенең мәшәҡәттәре бар. Беренсенән, күҙлек ҡамасаулаясаҡ. Һыу инһә, линзаның шылыуы ихтимал. Шуға масканың быялаһын тейешле диоптрия менән эшләтергә була.
— Башҡортостанда ниндәй йылға-күлдәрҙең һыу аҫты донъяһын байҡаның?
— Бөтәһендә лә булдым тиергә мөмкин. Һәр береһенең үҙенә генә хас матурлығы бар. Хатта Өфөгә яҡын Жуков ауылы эргәһендәге карьерҙа ла һыу аҫты донъяһы иҫ киткес гүзәл.
— Ниндәйҙер хәүефле осраҡтарға ла тап булғанһығыҙҙыр, ни тиһәң дә, тәрәнлектә нимә генә булмауы мөмкин...
— Ысынлап та, һыу аҫтында нимә генә юҡ. Матурлыҡ донъяһына ҡарап бер һоҡланһаҡ, йылға-күлдәрҙең кешеләр тарафынан бысратылыуын күреп, кәйефебеҙ ҡырыла. Тәбиғәтте һаҡлау йәһәтенән, йылға-күлдәребеҙ саф һыулы булһын өсөн сүп-сарҙан таҙартыу эштәрен дә башҡарабыҙ.
— Дайверҙарға махсус үтенес менән мөрәжәғәт иткәндәре бармы?
— Беҙ республиканың Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы менән бәйләнештә торабыҙ. Ярҙам һораһалар, баш тартмайбыҙ. Мәҫәлән, Ҡандракүлдә булғанда инде ҡайтырға йыйынып бөткәйнек, Ғәҙәттән тыш хәлдәр хеҙмәтенән ярҙам һорап килделәр. Татарстандан ике ғаилә ял иткән. Ҡыҙҙары юғалған. Ике ҡыҙҙың да ата-әсәһе яр буйында үҙҙәрен ҡайҙа ҡуйырға белмәй үрһәләнә. Бындай маҡсат менән һыу аҫтына төшөү, әлбиттә, күңелле эш түгел. Беҙ киренән кейенеп, күл төбөн байҡаныҡ һәм 21-22 йәшлек ике ҡыҙҙың да кәүҙәһенә тап булдыҡ. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, уларға медицина ярҙамы күрһәтеү, ҡотҡарыу мөмкин түгел ине инде...
— Аяныс хәл. Балаларын юғалтҡан ата-әсәләргә Хоҙай түҙемлек бирһен... Әйткәндәй, дайверҙар ҙа медицина ярҙамы күрһәтә аламы?
— Һис шикһеҙ. Беҙҙе быға өйрәтәләр. Һыу аҫтында ла, ерҙә лә тәүге ярҙам күрһәтеү күнекмәләре буйынса һынау тотҡандан һуң ғына сертификат бирелә. Ғөмүмән, Ҡандракүл тәбиғәт ҡомартҡыһы һанала. Унда ау һалыу тыйыла. Әммә браконьерҙар ҡанунды һанға һуҡмай. Әгәр ҙә дайвер, мәҫәлән, һыу аҫтында шул ауға эләкһә, сырмалып, сыға алмауы ихтимал. Шуға, ҡабатлап әйтәм, һыуға бер ҡасан да бер үҙеңә инергә ярамай. Берәйһе бәләгә тарыған осраҡта ҡотҡарырға мотлаҡ икенсе кеше эргәңдә булырға тейеш.
— Ул кеше ышаныслы булһа ярай ҙа... Үҙе лә ҡурҡып ҡасмаһа...
— Шуға беҙ ышаныслы, һыналған, тоғро дуҫтар менән генә йөрөйбөҙ. Ҡайһы саҡ дайвинг менән шөғөлләнергә теләгән “текә” ағайҙар, егеттәр килә беҙҙең ойошмаға. Үҙҙәрен әллә кем итеп тотҡан булалар. Мин, мәҫәлән, ундайҙар менән һыу аҫтына төшмәҫ инем. Һуғышта ла ышанысһыҙ кешеләр менән разведкаға бармағандар. Һыу аҫтында дәрәжә лә, погон да, чин да, аҡса ла юҡ. Кеше һәм уның кешелек сифаттары ғына мөһим. Ә тегеләрҙең күбеһе һыу аҫтына төшһә, бахыр хәлендә ҡала. Уларға нисек ышанаһың?
— Һыу аҫты донъяһын байҡау ҡайһы ваҡытта уңайлыраҡ?
— Көндөҙгө ҡояш нурҙары сағылышында төптәге төҫтәр үҙгәреүсән була. Ә ҡараңғыла фонарь яҡтыһында бөтә төҫтәр ҙә үҙ тәбиғәтендә балҡый.
— Һеҙ уларҙы төшөрөп тә алаһығыҙҙыр...
— Телевидениела эшләгән журналист Рөстәм Сиражетдинов етәкселегендә йөрөйбөҙ. Ул бөтә сәйәхәттәрҙе лә төшөрөп, тапшырыуҙар әҙерләй.
— Алыҫ сәфәрҙәргә сыҡҡанда бағыусыларһыҙ ҙа булмайҙыр...
— Ярҙам итеүселәр бар, шөкөр. Уларға беҙ ҙә бурыслы булып ҡалмайбыҙ. Рөстәм Харис улы тапшырыуҙарында әйтеп, күрһәтеп реклама яһай. Бағыусыларға рәхмәтлебеҙ.
— Сит илдәргә лә йөрөйһөгөҙмө?
— Әлбиттә. Диңгеҙҙәге һыу аҫты донъяһы — әйтеп аңлатып бөтмәҫлек мөғжизә. Египетта әллә нисә тапҡыр булдыҡ. Ҡыҙыл диңгеҙҙә бер аҙналыҡ сәфәргә сыҡтыҡ. Ул инде яр буйында ғына сумыу түгел. Диңгеҙҙең төрлө урынындағы ғәжәйеп матурлыҡты, башҡалар күрмәгәнде күрәһең. Бер аҙна буйына бөтә уңайлы шарттары булған яхтала диңгеҙҙең гүзәллеген байҡайһың.
— Бындай сәфәрҙәр бик ҡиммәттер?
— Осһоҙ түгел, әлбиттә. Әммә диңгеҙ буйында ҡыҙынып, ҡунаҡханала ашап-эсеп ял итеүселәр ҙә яҡынса шул сама аҡса түгә. Ә бында алған тәьҫораттарҙы бер хазина менән дә сағыштырырлыҡ түгел: ул төрлө-төрлө матур балыҡтар, ул тюлендәр, ул ылымыҡтар, ҡабырсаҡтар, таштар...
— Дайвинг — барыбер хәүефле шөғөл. Беҙҙең Өфөлә тыуып-үҫеп, аҙаҡ Волгоградта һәм Мәскәүҙә йәшәгән 53 йәшлек Наталья Молчанова быйыл Испанияла һыуҙан сыға алмаған. Ә бит ул 41 донъя рекорды ҡуйған. Һыу аҫтында 101 метр тәрәнлектә булып, туғыҙ минуттан ашыу ваҡытта 234 метр араны бер тын алыуҙа акваланг кеймәй йөҙгән.
— Аквалангһыҙ йөҙөүселәрҙе фридайвер тиҙәр. Был, ысынлап та, ныҡ хәүефле, сөнки кеше тын алмайынса оҙаҡ тора алмай. Мейегә кислород килеүҙән туҡтаһа, кеше аңын юғалта. Тағы ла бер ҡабатлап әйтәм: һыу төбөнә бер үҙеңә генә төшөргә ярамай. Өйөрмәгә эләгеү ҡурҡынысы ла бар. Көҙән йыйырырға ла мөмкин. Яныңда һәр ваҡыт ярҙамға килергә әҙер кеше булырға тейеш.
— Салауат, һин Башҡорт дәүләт университетының журналистика факультетын тамамлағанһың. Атайың — күренекле шағир. Бөтә күргәндәреңде шул тиклем мауыҡтырғыс итеп һөйләйһең. Барыһын да был әңгәмәгә һыйҙырып та бөтөрлөк түгел. Дайвинг менән шөғөлләнергә теләүселәргә ярҙамға берәй китап яҙырға теләгең юҡмы?
— Әлләсе. Был хаҡта уйлап ҡарағаным юҡ.
— Бындай ҡулланма ҡыҙыҡлы ла, файҙалы ла булыр ине.
— Бәлки... Киләсәктә Рөстәм Харис улы кеүек күберәк тәжрибә туплағас, тотонорға ла булыр, тим. Кешеләр ер өҫтөндәге матурлыҡты ғына түгел, һыу аҫтындағы гүзәллекте лә күрер, һоҡланыр ине. Беҙҙең төшөргән әллә күпме видео, фотоматериалдар бар бит. Ерҙәге тәбиғәтте һаҡлап, уның матурлығын йәшәтер өсөн йылға-күлдәребеҙҙең таҙалығы өсөн дә тырышырға кәрәк, сөнки һыуһыҙ тормош юҡ.
Зөһрә ҠОТЛОГИЛДИНА әңгәмәләште.