“Бәхетле” кеше28.02.2012
Май айының һоҡланғыс бер көнө ине. Театрҙы ябыу миҙгеленә килеүселәрҙең кәйефе ифрат шәп. Ошонда эшләп хаҡлы ялға киткән сәнғәт әһелдәренекен әйтеп тораһы ла юҡ. Ҡыуаныстары йөҙөнә яғылған сәхнә ветерандарының һөйләшеп һүҙҙәре бөтмәй. Хәс тә балалар кеүек сыр-сыу килешәләр, юҡҡа ла ҡыҙыҡ табып көлөшәләр, ғаилә хәлдәре менән ҡыҙыҡһыналар.
Ана, сибәрлеге менән генә түгел, ихлас йылмайыуы менән барса халыҡты үҙенә йәлеп иткән шөһрәтле актриса Мәйсәрә Әхмәт ҡыҙы тора. Әхирәте уныһын һораша, быныһын.
– Балалар нисек, ҡайҙа?
– Былай һәйбәттәр.
– Улың ҡайтып-китеп йөрөйҙөр?
– Бергә йәшәйбеҙ бит.
– Нисек инде бергә? Ырымбурҙа ине лә баһа?
– Айырылыштылар. Минең елкәлә ятаһың, тип теңкәһенә тейҙе бит килен. Бер ул ғына эшләмәйҙер шул.
– Хәҙер ейәнең дә үҫкәндер инде…
– Үҫте генә тиһеңме, өйләнде, кисә генә никах уҡыттыҡ.
– Ҡалай шәп булған! Егеттәрҙең үҙ ваҡытында башлы-күҙле булғаны арыу, – әхирәте ҡыуанысын белдерергә ашыҡты. – Ә улар ҡайҙа йәшәй?
– Миндә… – Мәйсәрә Әхмәт ҡыҙы күңелһеҙ генә яуапланы ла ҡулын һелтәне.
– Ҡуй инде! Уларын да килен һыйҙырмаған. – Бая ғына йөҙө айҙай балҡып торған ханымдың хатта күҙ йәше килеп сыҡты. Унан ике-өс ерҙә түңәрәктәр алып барыуы, үҙе аш бүлмәһендә йоҡлап йөрөүе хаҡында һөйләне ул.
– Шуға ла йәнем көйөп, әлегә бәпес тип ҡабаланмағыҙ, тәүҙә эш табығыҙ, тинем әле.
…Октябрь башы. Тәбиғәттең алтын кеүек мәле. Халыҡ театрҙы асыу миҙгеленә йыйылған. Тамашаны алып барыусы ҡыҙ йәйге осорҙағы яңылыҡтар менән таныштырҙы: кем ниндәй исем алған, кем ишен тапҡан. Унан, залдағыларға ҡарап:
– Ҡәҙерле дуҫтар, бөгөн беҙҙең арала сәнғәт алиһәһе Мәйсәрә Әхмәт ҡыҙынан да бәхетлерәк кеше юҡтыр, – тине. – Ул күптән түгел генә ҡартөләсәй булды. Ҡотлайбыҙ һеҙҙе, Мәйсәрә Әхмәтовна! – Шөһрәтле актрисаға баҙрап торған гөлләмә килтереп тотторҙолар.
Шуны ғына көткән ихлас тамашасылар гөрләтеп ҡул сапты. Иң алғы рәттә ултырған актриса урынынан ҡалҡынды ла, балҡып-йылмайып, ынйы кеүек тештәрен күрһәтеп, залдағыларға баш эйҙе. Был мәлдә уның күңелендә ниндәй уй-тойғо сыуалғанын бер кем дә белмәй ине. Актриса ҡулындағы сәскәләрҙең иҙәнгә төшөп киткәнен дә һиҙмәне…
В. ИСХАҠОВ.


Вернуться назад