Владимир Путиндың Рәсәй Президенты вазифаһындағы эшмәкәрлеген хуплау рейтингы октябрҙә 89,9 процент тәшкил иткән. Бөтә Рәсәй йәмәғәтселек фекерен өйрәнеү үҙәгенең матбуғат хеҙмәте ошо хаҡта белдерҙе.Июнь айында ғына был күрһәткес 89,1 процент ине. Ил башлығының эшмәкәрлегенә юғары баһа биреүҙәре тәү сиратта Сүриәләге ваҡиғалар, Рәсәй авиацияһының террорсыларҙы утҡа тотоуы менән бәйле. Социологтар мәғлүмәттәренә ҡарағанда, Владимир Путиндың рейтингы йыл ярымдан ашыу инде 80 проценттан юғарыраҡ тәшкил итә. Йәмәғәтселек фекерен өйрәнеү үҙәгендә белдереүҙәренсә, Президенттың рейтингы былтыр яҙ, Ҡырым менән Севастополь Рәсәйгә ҡушылғас, үҫә башлаған. Мартта ул уртаса 76,2 процент тәшкил итһә, апрелдә — 82,2, майҙа иһә 86,2 процент булған.
Халыҡтың фекерен асыҡлау буйынса әлеге сара илдең 46 төбәгендәге 130 биләмәлә ойошторолған. Унда 1600 кеше ҡатнашҡан.
Әйткәндәй, Америка Президенты Барак Обаманың үҙ илендәге рейтингы 42 процент кимәлендә генә.