Былтыр ҡыҫтырғанға быйыл ҡысҡырмайҙар инде, тиме әле халыҡ Шүрәлегә? Эйе, был хәл яҙ көнө үк мине хайран иткәйне, әммә ауылдашым, һуғыштан һуңғы йылдарҙың бар ауырлығын үҙ иңендә татыған Фәнил бабай Ғирфановтың, ҡайтҡан һайын башланған эшен камиллаштыра ғына барыуын күрҙем.Дәүләкән районында, үҙегеҙ беләһегеҙ, тауҙар бейек түгел. Минең ауылым эргәһендәгеһе лә 70 метрҙан саҡ ашҡан. Әммә төбәк күрке, йәме булып тора ул. Эпостарға ингән, халыҡ йырҙарында йырланған Балҡантау ҙа бик бейек түгел. Хәйер, кимәл билдәләмәй бит уларҙың бөйөклөгөн.
Бына, Фәнил бабайҙың хеҙмәте лә, донъя кимәлендә башҡарылған әллә ниндәй ҙур эштәр менән сағыштырғанда, бәлки, күп һанлы халыҡ өсөн әһәмиәтле түгелдер, әммә ул “Бөйөк Ватан һуғышы” тигән төшөнсәне бөтә йөрәге менән тойған һәр ватандашыбыҙ күңеленә хуш килер.
Нимә эшләгән һуң ул бабайың, тиһегеҙме? Ә ул тотҡан да Мәкәштау башына “Еңеүҙең 70 йыллығы” тигән стела эшләгән. Ҡатыны Мәйхөршит әбей менән улар дүрт малайға йән биргән, бөгөн өсәүһе иҫән-һау. Тап ана шул уландары ярҙам иткән дә Фәнил бабайға был изге эшен атҡарырға. Стеланың “һаҡсы”лары ла бар: ике шыршы ултыртылған. Эргәлә генә өс эскәмйә лә эшләнгән. Уларҙы матур итеп буяп ҡуйғандар. Әйтерһең, хәтирәләрҙе яңыртырға, Бөйөк Еңеүҙе яулашҡан олатайҙарын, атайҙарын иҫкә алырға килгәндәрҙе, ҡунаҡ ҡаршылаған кеүек, көтөп кенә тора был урын. Ауылда Ҡөрьән аяттары уҡыған Фәнил бабай үҙе лә бында йыш килә һәм яугирҙәр рухына, иҫәндәренең сәләмәтлеге өсөн доғалар ҡыла. Атаһы – Тимерғәле олатай – Бөйөк Ватан һуғышында ятып ҡалған.
Рәхмәт һиңә, Фәнил бабай, ошо изге эшең өсөн! Ирекһеҙҙән һүҙ оҫтаһы Ҡайсын Кулиевтың әйткәндәре иҫкә төшә: “Бөтә донъяны яратыуы еңел, һин күршеңде ҡара яратып!” Беҙ һәр саҡ әллә ҡайҙа, әллә кемдәр башҡарған, әммә күҙебеҙ менән күрмәгән эштәргә һоҡланабыҙ! Ә бит ысын заман геройҙары эргәбеҙҙә генә йөрөй!