Түҙемлек бөтһә лә...23.10.2015
– Өфөнән алыҫ райондарҙың береһендә йәшәйбеҙ. Ике балабыҙ бар. Совхоз тарҡатылғас, ирем менән икәүләп эшһеҙ ҡалдыҡ. Үҙем бәйләү, тегеү һөнәрҙәрен белгәнем арҡаһында аҙмы-күпме аҡса табам. Ирем иһә йылдан ашыу инде эшһеҙ ята. Түҙемем бөтөп, айырылыр сиккә етәм дә кире уйлайым. Йәл, ирем минһеҙ нисек йәшәр? Ни эшләргә, Нурмөхәмәт хәҙрәт?
Ә. Ф.
– Бисмилләһир-рахмәнир-рахим!
Аллаһ Тәғәлә Ерҙе яралтып, унда әҙәм балаһына йәшәү өсөн бөтөн мөмкинлекте тыуҙырған. Хоҙайҙың хәлифәһе булараҡ, кеше ошо бүләкте – ғүмер иткән мөхитен, тирә-йүнде – һаҡларға, шарттарҙан файҙаланырға тейеш. “Әгәр дин ун өлөштән торһа, уның берәүһе – ғибәҙәт, ҡалғандары – мөғәмәләт”, – тигән пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм үҙенең мөбәрәк хәҙисендә. Сауҙа, хеҙмәт, кәсеп итеү, һөнәр алыу, балалар үҫтереү – барыһы ла мөғәмәләткә инә. Ошонан сығып ҡарағанда, Ер йөҙөндә үҙеңә йәшәү өсөн мөмкинлек булдырыу ҙа ғибәҙәткә инә.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, һуңғы йылдарҙа бирелгән мөмкинлектәрҙән файҙаланмайынса, ялҡаулыҡҡа, ғәмһеҙлеккә бирелгән кешеләр артты. Араларында ир-аттың өҫтөнлөк итеүе айырыуса хафаға һала. Ҡайһы бер ауылдарыбыҙҙың бәләкәйләнә, көсһөҙләнә төшөүенә лә тап шул ғәмһеҙлек, эштән ҡурҡыу сәбәпсе.
“Ҡөрьән Кәрим”дә әҙәм балаларына ғәмәл ҡылырға, эшләргә бойоролған. Аллаһ Тәғәлә хәрәкәткә ярашлы бәрәкәтен бирә. “Раббыбыҙ иманлы, һөнәрле бәндәһен һөйә”, – тигән Пәйғәмбәребеҙ. Бер саҡ ул барлыҡ ваҡытын мәсеттә уҙғарған кешене күреп, башҡаларҙан: “Был әҙәм көнө-төнө ғибәҙәттә, кем ашата һуң уны?” – тип һораған. “Уның кәсеп менән шөғөлләнгән туғаны бар, шул ризыҡландыра”, – тип яуаплағандар. “Тимәк, был кешегә ҡарағанда, туғаны иманлыраҡ, уның тормошо хәйерлерәк”, – тип һығымта яһаған Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм. Ғөмүмән, мосолман ир-аты илен дә, ерен дә, ғаиләһен дә ҡарарға, һаҡларға тейеш. Шул саҡта уның абруйы ла буласаҡ.
Исламда ғаиләнең баһаһы шул ҡәҙәр юғары. Унда ҡатын-ҡыҙҙың хаҡы айырыуса ҙур. Ғаиләнең усағын һүндермәй һаҡлаған, милләттең, телдең киләсәген тәьмин иткән гүзәл зат вәкиле иренең арҡаһына ышыҡланып, бер ниндәй матди ҡыйынлыҡ күрмәй йәшәргә хоҡуҡлы. Ләкин, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бының тап киреһенә осрап ҡуябыҙ. Ундай шарттарҙа ғаилә кәмәһенең ҡомға терәлеүе ғәжәп түгел. Шулай ҙа, айырылышыу сигенә еткән хәлдә лә, ҡабаланырға ярамай. Динебеҙ ҡанундарына ярашлы ике яҡтан туғандар килеп, ир менән ҡатын араһындағы мөнәсәбәтте яйға һалыуға булышлыҡ итергә тейеш. Кәңәш биреү, яҡшы һүҙ аша күңелде үҫтереп ебәреү – иң изге ғәмәлдәрҙең береһе. Ғаилә һаҡланырға тейеш. Был бурысты үтәү һәр кемгә ҡағыла. Илебеҙҙең, милләтебеҙҙең ныҡлығын һаҡлайыҡ, хөрмәтле ҡәрҙәштәр.
Ғүмерлек йәреңде һайлау мәсьәләһенә лә бик етди ҡарау мөһимлеге тураһында әйтеп үтмәү мөмкин түгел. Һәр ғаиләнең, нәҫелдең үҙенә күрә тәрбиәһе бар. Ир менән ҡатын бер-береһен хөрмәт итмәһә, быны күреп буй еткергән балаларға киләсәктә үҙ ояһын матур итеп ҡороу ауырға төшәсәк. “Сәскә араһында үҫкән бәшмәктән һаҡланығыҙ”, – тигән был йәһәттән Пәйғәмбәребеҙ. Халҡыбыҙҙың “Әсәһенә ҡарап, ҡыҙын ҡос, атаһына ҡарап, улын һайла”, “Атанан күргән уҡ юныр, әсәнән күргән тун бесер” тигән мәҡәлдәре лә ошо ысынбарлыҡты асып һала.
Аллаһ Тәғәлә бер-беребеҙгә ихтирам, хөрмәт күрһәтеп, күңел йылыһын йомарт өләшеп йәшәргә, балаларыбыҙҙы тулы ғаиләлә яҡшы тәрбиә биреп, үҙ өлгөбөҙҙә һөнәргә өйрәтеп үҫтерергә насип ҡылһын, иншаллаһ. Ғүмер бер генә, уны матур итеп үтәйек, хөрмәтле ҡәрҙәштәр. Әс-сәләмү-ғәләйкүм үә рәхмәтул-лаһи үә бәрәкәтүһ! Амин.