Ҡатын-ҡыҙҙың гүзәллеге өсөн23.10.2015
Ҡатын-ҡыҙҙың гүзәллеге өсөн Ислам әҙәм балаһына, уның күңеленә, һаулығына зарар килтерә торған барлыҡ эш-ғәмәлде тыя. Ә файҙалылары рөхсәт ителеп кенә ҡалмай, уларға ҡарата даими ҡыҙыҡһындырыу ҙа уятыла. Спорт — тап шундайҙарҙан.
Уның һәр төрө физик яҡтан нығыта, их­тыяр көсө, ныҡышмалылыҡ тәрбиә­ләй, һаулыҡҡа ыңғай йоғонто яһай. Пәй­ғәмбәребеҙ Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм һәр саҡ яҡшы кәйефтә, күркәм ҡиәфәттә бу­лыу, төрлө хәлгә әҙер тороу, баҙап ҡал­мау маҡсатында спорт менән шө­ғөлләнергә ҡушҡан, айырыуса уҡ атыу, һыбай йөрөү һәм йөҙөүҙе хуплаған. Хәҙистәрҙән билдәле булыуынса, ярыш­тарға ҡатыны Ғәйшәне лә алған, уға үҙе менән бергә мәсет биләмәһендә ойош­торолған һөңгө күнекмәләрен ҡарарға рөхсәт иткән.
Ҡатын-ҡыҙҙың гүзәллеге өсөнОшонан күренеүенсә, мосолман ҡа­тын-ҡыҙына спорт ят түгел. Уның буй-һы­ны һомғол, йөҙө нурлы, кәйефе һәр саҡ күтәренке булырға тейеш. Ошондай күркәмлек, яҡшы кәйеф йорт усағын һүрелтмәй яндырырға көс бирә.
Ә күнекмәләрҙе ҡайҙа уҙға­рырға һуң? Спорт залдары, майҙансыҡтарҙың күбе­һе ике енес вәкилдәренә тәғәйен­лән­гән. Өҫтә­үенә күнекмәләр өсөн ­те­гелгән костюм­дарҙа йөрөү Ислам ҡанундарына яраш­лы түгел. Ошоларҙан сығып, йәм­ғиәттә ҡатын-ҡыҙ һәм ирҙәр өсөн айырым спорт залдары бул­дырыуҙың мө­һимлеген раҫлаған фекер нығый бара. Ғөмүмән, мосолман динен тотҡан гүзәл зат ҡына түгел, башҡалар ҙа был теләкте хуплай икән.
Ҡатын-ҡыҙ спорт кейеменә ҡарата талапты ла еңелләштереү яғында. Мосолман гүзәл затына һығып торған әйберҙә күнекмә яһау мотлаҡ түгел: киң салбар һәм өҫкө форма хәрәкәткә һис ҡама­сауламаҫ. Йөҙөүгә килгәндә, Көнсығыш стилендәге һыу инеү кейеме тыйыла. Тәнде ҡапланҡырап торғанын һайларға кәрәк, уны ҡатын-ҡыҙ үҙе лә тегә ала.
Ҡорамалдары Ислам талаптарын ҡәнәғәтләндерә икән, спорт­тың барлыҡ төрө менән дә шөғөл­ләнергә мөмкин. Ҡатын-ҡыҙға айырыуса йөҙөү һәм аэробика отошло булыр.






Вернуться назад