Нәсихәттәр23.10.2015
Бөлгөнлөккә төшмәҫһең
Әйбереңде, малыңды башҡалар менән уртаҡлашыу – мосолмандағы иң яҡшы ғәҙәт. Ә саҙаҡаға мохтаждар күбәйеп кенә тора.
Биргән кеше рухи ҡәнәғәтлек кисерергә, ә алғаны файҙа күрергә тейеш, тип өйрәтә дин. Шуға ла саҙаҡа бирергә теләгәндә, бөлгөнлөккә төшөү менән ҡурҡытып, эргәлә шайтан йөрөргә тейеш түгел. “Фәҡир ҡалам тип хәүефләнергә ярамай, – тип өйрәтә “Ҡөрьән Кәрим”. – Бындай ҡурҡыу кешене яҙыҡ юлға төшөрә”.
Паклана белһәң...
Бәндәнең яҙмышы – Аллаһтың ихтыярында. Раббыбыҙ әҙәм балаһын бәлә-ҡаза менән дә һынап тора.
Язаны Аллаһ Тәғәлә кемделер юҡҡа сығарыу, түбәнһетеү түгел, ә һынау – сабырлыҡты, камиллыҡты тикшереү – өсөн бирә. Бәләләр бәндәне күңел керенән таҙарта. Шул ваҡытта паклана белгәндәр алтынға әйләнә, ә булдыра алмағандар вәхшигә әүерелә.
“Был донъялағы һынауҙар бәндәгә файҙа бирә алмаһа, улар ахирәткә ҡала”, – тип өйрәтә дин. Тимәк, тормоштоң төрлө имтиханын фани донъяла лайыҡлы үтеп, әҙәм булып йәшәү яҡшы.