Аҙанлы ер имен-аман булыр23.10.2015
Аҙанлы ер  имен-аман булыр Көҙгө сыуаҡ көндәрҙең береһендә Һултантимер ауылында “Мәхтимә” мәсете асылды. Ул – районда һуңғы йылдарҙа төҙөлгән 16-сы иман йорто. Әйткәндәй, әле Сәлим, Үрге Ғәле ауылдарында ла мәсеттәр һалына.

Һултантимерҙә элек-электән ғи­лем­гә ынтылған иманлы халыҡ йә­шәгән. Совет осоронда, һәр ерҙәге кеүек, бындағы бәләкәй мәсет емер­телгән, муллалар золом ҡорбанына әүерелгән. Ниһайәт, 85 йылдан һуң ауылда яңынан иман йорто ҡалҡып сыҡты. Имам-хатип Һиҙиәт Сараев әйтеүенсә, төҙөлөштә барлыҡ халыҡ ихлас ҡатнашып, изге эшкә үҙ өлөшөн индерергә тырышҡан.
– Әл-хәмдү лил-ләһ, барыһы ла уң килеп торҙо, хатта документтарҙы ла тиҙ арала эшләтеп алырға насип булды, – тип һөйөнә ул. – “Мәхтимә” бөгөн – Юстиция министрлығында ла, Башҡортостан мосолман­дары­ның Диниә назаратында ла рәсми теркәү үткән ойошма. Яманһаҙ ауыл биләмәһе башлығы Ислам Аманта­ев­ҡа, “Йылайыр һөтө” йәмғиәте етәксеһе Хәлфетдин Мәхмүтовҡа, Ейәнсуранан шәхси эшҡыуар Рәйес Хәйбуллинға, фермер Морат Иҫән­дәүләтовҡа һәм иман йортон төҙөүгә өлөш индергән барлыҡ кешеләргә ҙур рәхмәт белдерәм.
Һултантимерҙәрҙең ҡыуанысын уртаҡлашырға Башҡортостан мосол­мандарының Диниә назараты рәйесе мөфтөй Нурмөхәмәт хәҙрәт Ниғмә­тул­лин, Сибай ҡалаһы, Баймаҡ, Хәй­булла, Йылайыр райондарының имам-мөхтәсиптәре, мәхәлләләрҙең имам-хатиптары, килгәйне. Улар халыҡҡа иң изге теләктәрен еткереп, уртаҡ маҡсатта бергәләп эшләргә саҡырҙы. Артабан ауылда тәүге аҙан яңғырап, халыҡты ғәйет намаҙына йыйҙы.




Вернуться назад