Тауар арзан, тик тапалма26.11.2011
Кисә Америкала “ҡара йома” – ил буйынса барлыҡ эре сауҙа селтәрҙәрендә тауарҙарҙы арзанайтып һатыу көнө үтте.
Ул йылына бер тапҡыр ойошторола. Ғәҙәттә, кешеләр бер нисә көн алдан уҡ магазиндар һәм супермаркеттар эргәһенә килеп төн үткәрә, сөнки ишек асылыу менән етеҙлек күрһәтергә, алданыраҡ инеп өлгөрөргә кәрәк. Сара ваҡытында кейем-һалымды, көнкүреш техникаһын һәм башҡа кәрәк-яраҡты 90 процентҡа еткән ташлама менән һатып алырға мөмкин. Магазиндар иһә бер нисә сәғәт эсендә 10 миллиард доллар самаһы табыш ала.
Әммә арзанлыҡ артынан ҡыуыусылар хәүефһеҙлек хаҡында ла уйланырға тейеш: ғәҙәттә, был мәхшәрҙә тапалыусылар, кемдеңдер йоҙроғона эләгеүселәр була.


Вернуться назад