Бала бағыу – илаһи мәл15.11.2011
Бала бағыу – илаһи мәлҠатын-ҡыҙ өсөн иң матур биҙәүес – уны муйынынан ҡосаҡлаған сабый ҡулдары, тиҙәр. Ысынлап та, әсә бәхетен кисереүсе гүзәл заттың йөҙө башҡаларҙыҡынан нурлыраҡ, күҙ ҡарашы яғымлыраҡ тойола. Күңелендә иһә уның һөйөү һәм наҙ ғына. Өс бала әсәһе, Сибай ҡалаһының “Ирәндек” лицейы уҡытыусыһы Рәмилә Торомтаева бындай илаһи тойғоларҙы шиғырҙарында сағылдырған.
Бала бағыу шатлығы шиғри күңелле ҡатындың ижадын яңы биҙәктәр менән байытҡан. Ҡыҙы Йәмиләгә, улдары Ғәлим һәм Кәримгә бағышланған әҫәрҙәренән күңел йылыһы, моң урғыла. “Башҡортостан” гәзитенә тәҡдим иткән шиғыры кинйәһе Кәримде оҙаҡ йоҡлата алмай бәүеткән саҡта тыуған. Шуғалыр ҙа ул талғын уҡыла, бишек көйөнә тап килеп тора.
– Барлыҡ һылыуҙарыбыҙға әсә бәхете татыуҙарын, ошондай илаһи мәлдәрҙе кисереүҙәрен теләйем, – тигән Рәмилә Юлай ҡыҙы үҙенең хатында.

Күңеленә йондоҙ һалам

Сәңгелдәктә ятҡан балам,
Бер күлдәктә ятҡан балам.
Үҙем тапҡан ғәзиз балам,
Күңеленә йондоҙ һалам.

Көйләп кенә бирһә – ауаз,
Көйләп кенә бирһә – тауыш,
Бәүетәмен, бәү итәмен,
Сәңгелдәге уға ҡыуыш.

Аҡ яҫтыҡҡа башын һалам,
Йәйғор юрған өҫтөн ябам,
Ете төҫтөң араһынан
Ул яратҡан төҫтө табам.

Сәңгелдәктә ятҡан балам,
Гел биҙәктә ятҡан балам,
Мөхәббәттән тыуған балам,
Һөйөү-хистән тыуған балам.


Вернуться назад