Беҙ барыбыҙ ҙа төрлө-төрлө. Кемдер иртәгәһен ишәк ҡайғыртһын, булһа – бүреләй, булмаһа – сүреләй тип йәшәһә, бәғзеләр юрғаныңа ҡарап аяғыңды һуҙ, инереңдән алда сығырыңды уйла тиеүҙе хуп күрә. Берәүҙәр бөгөн йәшәп ҡалырға тырышһа, икенселәр “ҡара көн”гә мал йыя. Ә бит ошондай иҡтисади тотороҡһоҙ заманда хәүефһеҙ, бойондороҡһоҙ киләсәгеңде ҡайғыртыуҙы көн талабы тиергә була.Ғәҙәттән тыш хәлдә кеше бөтә нәмәнән ваз кисергә мөмкин. Бары ризыҡһыҙ ғына йәшәй алмай. Ә бер француз ашнаҡсыһы әйтмешләй, “милләттәрҙең яҙмышы нисек туҡланыуҙарынан тора”. Был мәсьәлә, аҙыҡ-түлек етештереү, уны һатыу-һатып алыу, халҡының асығамы-юҡмы икәнлегенә ҡарамаҫтан, тотош дәүләттәрҙе борсой. Һәр төрлө сәйәси һәм иҡтисади хәл-торош аҙыҡ-түлек хәүефһеҙлеге тураһында етди уйланырға мәжбүр итә.
Былтырҙан бирле Рәсәй ҙә ошо өлкәгә ныҡлы иғтибар бирә. Санкциялар был юҫыҡтағы үҙгәрештәргә бер этәргес кенә булды. Сит илдән килтерелгән ризыҡҡа күҙ терәп йәшәгән ил көслө була алмай. Уны донъя баҙарында хаҡтарҙы көйләү юлы менән йәһәт теҙ сүктерергә мөмкин. Ҡулланған аҙыҡ-түлектең өстән бер өлөшө импорт икән, тимәк, һинең бойондороҡһоҙлоғоңа хәүеф янай тигән һүҙ. Беҙҙә иһә бығаса ул һан 35 процентты ла үтеп киткәйне. Атап әйткәндә, ит һәм һөт ризыҡтарының 45 проценты ситтән килтерелһә, орлоҡтоң – 75 проценты. Беҙ бит тулыһынса тиерлек кемгәлер бәйлебеҙ! Ә ҡолдоң ҡасан абруйы булғаны бар?.. Сағыштырып ҡына ҡарағыҙ: Америка Ҡушма Штаттары менән Франция үҙҙәрен аҙыҡ-түлек менән тулыһынса тәьмин итә, Ҡытай – 97, Германия – 93, Италия – 78, уңдырышһыҙ тупраҡлы Япония – 50 процентҡа!
Бәхеткә күрә, санкциялар беҙҙе теҙ сүктерә алманы. Бөгөн илдә импорт күләме 70 процентҡа кәмегән. Шуның 60 проценты үҙебеҙҙә етештерелгән тауарға, 40-ы санкция иғлан ителмәгән дәүләттәр өлөшөнә тура килә. Әлбиттә, тиҙ генә арала импорттан тулыһынса ҡотолоп булмаҫ. Бер көнлөк эш түгел был. Мәҫәлән, емеш-еләк һәм йәшелсәселектә быға ике – дүрт, ит һәм балыҡ етештереүҙә – өс – ете, аҙыҡ-түлек сәнәғәтендә дүрт – һигеҙ йыл китәсәк тип күҙаллана. Ләкин иң мөһиме – аң үҙгәрҙе, дәүләт тә үҙ етештереүсеһенә йөҙө менән боролдо. Иҡтисади көрсөк осоронда барлыҡ тармаҡтарҙа ла финанслау ҡыҫҡартылһа, ауыл хужалығына был ҡағылманы. Быйыл уны үҫтереүгә 202,7 миллиард һум бүленде. Әлбиттә, был сумманың ниндәй өлөшө файҙаға китерен, күпмеһенең әрәм-шәрәм ителерен киләсәк күрһәтер. Крәҫтиән дәүләт ярҙамының етерлек булмауына, ярҙам алыуҙың ауырлығына зарланһа, ҡаршы яҡ, үҙ сиратында, бүленгән аҡсаның маҡсатһыҙ йә башҡа мәнфәғәттә файҙаланғанына ишаралай.
Шуныһы бәхәсһеҙ: ҡаҙнанан иҡтисадты үҫтереүгә кредит бирһен тип банктарға йүнәлтелгән миллиардтар башлыса шунда ҡала ла. Мәҫәлән, июлдә 1 триллион һумлыҡ дәүләт ярҙамының 307,4 миллиарды ВТБ-ға эләкте. Шуны ғына көткәндәй, уның башлығы Андрей Костин: “Рәсәйҙә көрсөк юҡ. Беҙ быны һиҙмәйбеҙ”, – тип ебәрҙе. Әммә яңыраҡ бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡҡа кредит биреүҙән фәтүә юҡлыҡты белдерҙе. Бына һиңә мә, миллиардтарҙы кеҫәңә һал да улар тәғәйенләнгән кешегә йоҙроҡ еҫкәт әле! Ә бит башҡа илдәрҙә иҡтисадты шул бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ күтәреп тора. Былай ҙа беренсе ярты йыллыҡта беҙҙең йүнселдәр, дөйөм алғанда, 2,5 триллион ғына кредит юллай алған. Былтырғы менән сағыштырғанда был 36 процентҡа кәмерәк.
Ярай, импортты алмаштырыу темаһына әйләнеп ҡайтайыҡ. Яңыраҡ үҙебеҙ шаһит булдыҡ: һәр хәлдә бер өлкәлә, ни хәтлем ҡыҙыҡ күренмәһен – футболда, был мәсьәлә ыңғай хәл ителде. Донъяла легионерҙарһыҙ – сит ил вәкилдәренән тыш – көн иткән бер генә спорт төрө лә юҡ шикелле. Миҫалға хоккейҙы ғына алайыҡ. Ватандаштарыбыҙ океан аръяғында Милли хоккей лигаһында, ә чехтар, шведтар, финдар һәм башҡалар күпләп беҙҙең Континенталь хоккей лигаһында уйнай. Шул тиклем күләмдә булмаһа ла, футбол, баскетбол, волейболда ла шулай. Әммә һуңғы ваҡытта беҙҙә ситтән тағы белгестәрҙе, тренерҙарҙы ла эшкә саҡырыу модаға инеп китте. Уларҙың ҡайһы берҙәре коллективтары менән ҙур ғына уңыштарға ла өлгәште. Мәҫәлән, француз Себастьян Крос шорт-тректа Олимпия чемпиондарын тәрбиәләне, американ-йәһүд Дэвид Блатт – баскетбол, швейцар Томас Липс керлинг буйынса Рәсәй йыйылма командаһын Европа чемпионы итте, Канаданан Майк Кинэн Магнитогорскиҙың “Металлург”ы менән хоккейҙа Гагарин кубогын яуланы...
Ләкин иң йыш импорт тренер саҡырыу күренеше футболда тамырланып алды. Был өлкәлә, белеүебеҙсә, беҙҙең күптән шәп уйынсылар, иҫ китерлек еңеүҙәр юҡ. Иң ҙур уңышыбыҙҙың да төҫө тоноҡланды: ил йыйылма командаһы алыҫ 1960 йылда Европа чемпионы булғайны. Күпселек төбәктәрҙәге спорт мәктәптәре матди йәһәттән, кадрҙар мәсьәләһендә ҡыйынлыҡ кисерә. Ошо балалар, үҫмерҙәр спортын үҫтереү урынына, етәкселек анһат юл тапты. Күп аҡса түләп, сит илдән билдәле белгестәрҙе саҡырырға тотондолар. Йәнәһе, абруйлы оҫта ил йыйылма командаһын йәһәт кенә чемпион яһай ҙа ҡуя.
Бөтәһе лә 2005 йылда башланды. Ватандаштарыбыҙ Георгий Ярцев менән Юрий Семиндан һуң баш тренер вазифаһына Голландиянан Гус Хиддинк килде. Рәсәй футбол союзының уның менән төҙөгән килешеүе шунда уҡ йәмәғәтселекте шаңҡытты... Футболсыларыбыҙҙы 2004 йылғы континент беренселегендә етәкләгән Ярцев йылына 240 000 доллар тирәһе эш хаҡы алһа, Хиддинк ете миллион евроға ялланды! Тик 2008 йылғы Европа чемпионаты һөҙөмтәләре был ризаһыҙлыҡты юҡҡа сығарҙы. Шулай булмай, көйәрмән бер еңеү өсөн күпте ғәфү итергә әҙер. Ә ул ваҡытта командабыҙ оло турнирҙа бронза миҙал яуланы. Хиддинк менән бергә быға лайыҡлы өлөш индергән уйынсылар Аршавин, Кержаков, Торбинскийҙы күтәреп тигәндәй йөрөттөләр.
Әммә Гус әфәнденең футболсыларға етди, талапсан булмауы бәләгә тарытты. Хәл иткес матчтар алдынан уйынсыларыбыҙҙың иркенләп кәйеф-сафа ҡороп йөрөүе эҙһеҙ үтмәне: 2010 йылғы донъя чемпионатына юл ябылды. Һөҙөмтәлә был йылдарҙа кеҫәһен арыу уҡ ҡалынайтҡан Хиддинк эшенән китергә мәжбүр булды.
Артабан команданы тағы бер голланд кешеһе Дик Адвокатҡа ышанып тапшырҙылар. Уның да хеҙмәт хаҡы ватандашыныҡынан кәм түгел ине. Һалым түләүгә бәйле буталсыҡтар килеп сығыу арҡаһында хатта күберәк тә булды. Яңы тренерҙың ҡул аҫтында Рәсәй командаһы 2012 йылғы Европа чемпионатына юллама яулай алды. Ләкин унда төркөмдәге осрашыуҙар кәртәһен дә үтә алманылар. Адвокат та, банк иҫәбен байтаҡҡа тулыландырып, Амстердамына ҡайтып китте.
Хәҙер ил футболына яңы етәксе кәрәк. Кемде тәғәйенләрҙәр? Ә ниңә данлыҡлы итальян тренеры Фабио Капеллоны саҡырмаҫҡа?! Спорт министры Виталий Мутко: “Был атаҡлы белгескә сат йәбешергә кәрәк”, – тине. Һөҙөмтәлә 2018 йылға тиклем килешеү төҙөлдө. Ысынлап та, футболсыларыбыҙ 2014 йылғы Бразилиялағы планета беренселегенә эләгә алды. Етмәһә, 2018 йылда илебеҙ донъя чемпионатын ҡабул итәсәк. Унда командабыҙ йөҙ ҡыҙартырға тейеш түгел бит инде. Тик Латин Америкаһына сәфәр ҡыҫҡа булды – төркөмдәге уйындарҙан һуң турнир менән хушлашырға тура килде. Капелло ғына йылы урындан китергә теләмәне. Мутко ла уны ҡеүәтләп: “Баш тренерҙың оҫталығы шик тыуҙырмай. Ҡайһы берәүҙәр, башҡа йәш белгесте һынап ҡарарға кәрәк, ти. Юҡ, йыйылма командала тәжрибә үткәрергә ярамай”, – тине. Бындай яҡлауҙың әтнәкәһе ниҙә икәнлеге аҙаҡ беленәсәк...
Шулай ҙа Капелло ышанысты аҡлай алманы. Бер йыл эсендә ил йыйылма командаһы туғыҙ рәсми матчтың берәүһендә генә еңде. Уныһында ла көсһөҙ генә коллективты – кәрлә дәүләт Лихтенштейн вәкилдәрен. Хәҙер инде 2016 йылғы Европа беренселегенә лә эләкмәү ҡурҡынысы тыуҙы. Хәйерсегә ел ҡаршы тигәндәй, илгә көрсөк килде, ҡаҙна бушаны. Капеллоның һигеҙ ай алынмаған эш хаҡы йыйылып китте. Рәсәй футбол союзының быға аҡсаһы юҡлығы асыҡланды.
Ни эшләргә? Ярай әле миллиардер Алишер Усманов мәрхәмәтлек күрһәтте. Кире ҡайтарыуҙарын талап итмәйенсә, 400 миллион һумлыҡ бурысты ҡапланы. Йәмәғәтселектең ризаһыҙлығы, теге мөйөштән дә, быныһынан да: “Капеллоны ҡыуырға!” – тигән тауыштар йышыраҡ яңғырай башланы. Шунда Мутконың итальян тренерын яҡлау сәбәбе беленде. Журналистар ике яҡлы килешеү ҡағыҙҙарын табып, кәртте асып һалды. Унда Капеллоның йылына ете миллион евро хеҙмәт хаҡы алыуы ғына түгел, ә вазифаһынан ваҡытынан алда ебәрелгән осраҡта РФС-тың ҙур суммала неустойка түләйәсәге лә яҙылғайны. Тимәк, бөгөнгө иҡтисади хәлдә уны ебәреп тә булмай! Әлеге лә баяғы Усманов ярҙамға килде: тәғәйен сумманы биреп торҙо. Аптыраҡ, Рәсәйҙә генә кеше башҡаса эшләмәһен өсөн аҡса түләнә...
Миллиардерҙың аҡсаһы күп, өҫтәүенә уны беҙҙең байлыҡтан туплаған, тиеүселәргә шуны әйтә алам: мәҫәлән, Алишер Усманов яңыраҡ Ҡорбан байрамы алдынан Мәскәүҙә асылған Европалағы иң мөһабәт мәсетте төҙөүҙе лә финансланы. Ләкин ул иман йорто быуаттар буйына халыҡҡа хеҙмәт итәсәк, ә Капеллоның аҡсаһы үҙе менән бергә сит илгә, ят иҡтисадты үҫтереү өсөн “осто”...
Илебеҙ халҡы хеҙмәт хаҡы алмаһа, ни ҡыла? Дөрөҫ, эшләүен дауам итә. Футболда ла шундай хәл тыуҙы: сит илдән белгес саҡырып булмай – ҡаҙнала миллиондар бөттө. Беҙҙекеләрҙән кем бушлай тир түгергә риза булыр икән һуң? Табылды ундай кеше. ЦСКА футбол клубының баш тренеры Леонид Слуцкий милли командала ла эшләп торорға ризалашты. Бер тинһеҙ! Уны һайлап алыу турнирының ҡалған дүрт уйынына ғына баш тренер итеп ҡуйып торҙолар. Ышаныуы ауыр булһа ла, бәлки, Капелло ҡылғанды төҙәтеп, киләһе йыл Францияла үтәсәк чемпионатҡа юллама яулар, ә?
Өмөтһөҙ – шайтан. Ниһайәт, дүрт уйында ла еңеү яулап, команда бурысты үтәне. Афарин, Леонид Викторович! Бәлки, баштан уҡ донъя буйлап импорт тренер артынан сапҡансы, яҡшылабыраҡ Рәсәй төпкөлөнән – шул Волгоградтан эҙләргә кәрәк булғандыр?.. Шулай ҙа был ҡыуаныс артында йәнә бер мәсьәлә әлегә хәл ителмәйерәк ҡалды. Европа беренселегенә эләккән осраҡта Фабио Капелло бер миллион евро премия алыр ине. Леонид Слуцкийҙың рәсми килешеүе булмағас, уға ошо сумма тәтерме һуң? Рәсәй футбол союзы президенты һәм илдең спорт министры Виталий Мутконың был турала һис һөйләгеһе килмәй. Ә журналистар асыҡлауынса, баш тренерға 250-300 мең евро тирәһе генә түләргә йыйыналар. Өҫтәүенә чемпионатҡа эләккән өсөн УЕФА (Европа футбол ассоциациялары союзы) һәр милли федерацияға 12-шәр миллион евро бүләсәк. Тимәк, Леонид Слуцкий РФС-ҡа премияларҙа экономияларға ғына ярҙам итеп ҡалманы, ә 12 миллион евро эшләргә лә булышлыҡ итте.
Ҡыҫҡаһы, ни генә тиһәң дә, мажараның аҙағы көтөлгәндән яҡшыраҡ килеп сыҡты. Ә Рәсәй футболының һуңғы тиҫтә йыллыҡ тарихынан күренеүенсә, берҙән, импорт тауар күпкә ҡыйбатыраҡ, икенсенән, сифатына бер кем гарантия бирә алмай. Үҙебеҙҙекен һайларға ғына ҡала, үҙебеҙҙекен... Леонид Слуцкий – әлегә импортты алмаштырыуҙың иң сағыу миҫалы.