Башҡорт иленең арҙаҡлы улы Ирек Фәннүр улы Байышев менән шулай танышып киттек. Гөлнур иһә ғаиләһе менән Пушкино ҡалаһына күсеп китте һәм ошоғаса уның менән осраша алғаныбыҙ юҡ.
“Мин — башҡорт!” тип күкрәк һуғып йөрөп тә, халҡы өсөн бер эш ҡыйратмаған күптәрҙе беләм. Әйтерһең, уларҙың маһайыуынан ғына халыҡты бүтәндәр таный башлай. Ирек Байышев — ысын мәғәнәһендә үҙ халҡының улы. Барса милләттәргә тигеҙ, дуҫтарса мөнәсәбәттә булыу менән бергә, ул һис ҡасан үҙенең башҡорт икәнлеген онотмай. Сит илдә йәшәгәнлектән, уға ҡарап, башҡаларҙың башҡорт тураһында фекер йөрөтәсәген дә иҫендә тота. Ипле, баҫалҡы, тыйнаҡ, кеселекле — былары инде милли һыҙаттар, әммә шул уҡ ваҡытта тәүәккәл, ныҡышмал, ҡыйыу. Йәшерен-батырыны юҡ, ата-бабаларыбыҙға хас булған әлеге сифаттар тора-бара беҙҙә һүрелә төшкән. Байышевтарҙа иһә ул һаҡланған. “Халҡының 1812 йылғы тарихын тергеҙеүҙә Байышев әфәнде бер үҙе бөтә башҡорттарҙан күберәк эшләй, минеңсә”, — тигәйне бер саҡ немец журналисы Һанс Шмидтмайер. Моғайын, был һүҙҙәрҙә хаҡлыҡ барҙыр.
— Әсәйем яғынан өләсәйем бик ғорур ине. Дин тотто, намаҙ ҡалдырманы, ә беҙҙе үткер булырға, бер нәмәнән дә ҡурҡмаҫҡа өндәне. “Ҡурҡып йәшәп булмай, — тиер ине ул. — Берәүҙән дә өркөп тормағыҙ”. Туҡһан дүрт йәшкә етеп баҡыйлыҡҡа күскән Фатима өләсәйем минең өсөн гел маяҡ булып торҙо. Беҙ бит тәбиғәт балаһы, матди байлыҡҡа ынтылыу ҙа юҡ башҡортта, үтә бер ҡатлыбыҙ, игелеклебеҙ. Шул сәбәпле йыш ҡына үҙебеҙ зыян күрәбеҙ. Милләттәштәремә шуны әйтер инем: эсмәгеҙ, алға ынтылығыҙ, ҡыйыу булығыҙ... — Халҡы өсөн янып-көйгән ысын ир-егеттең йөрәк түренән сыҡҡан һүҙҙәр был!
Әсәһе Сидиҡа апай менән атаһы Фәннүр ағай балаларында илһөйәрлек, маҡсатҡа ынтылыш кеүек үтә лә мөһим һыҙаттар тәрбиәләгән. Нескә күңелле, хис-тойғоға бай Сидиҡа апай оҙаҡ йылдар Өфө дауаханаларында табип булып эшләгән, шиғырҙар яҙған. Алтмыш бер йәшендә генә вафат булып ҡалған ул. Иректең күңелендә һәр саҡ әсәһен һағыныу тойғоһо йәшәй. Бөгөн атҡарған данлы эштәрен дә әсәһенең яҡты рухына бағышлай. Үҙе йәшәгән Лейпциг ҡалаһында күп ҡатлы бинаға ла “Сидиҡа йорто” (“Haus Zidika”) атамаһын биреп, башҡорт атлылары араһында иң күркәм урынға әсәһенең дә рәсемен яһатҡан. Был картиналарҙың авторы – Польшала йәшәүсе яҡташыбыҙ, рәссам Азат Ҡужин. “Haus Zidika”ның аҫҡы ҡатында күсемһеҙ милек буйынса эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнеүсе Ирек Байышевтың офисы урынлашҡан. Өҫкө ҡаттарҙа ҡәҙимге немец ғаиләләре йәшәй.
Иректең атаһы Фәннүр ағай оҙаҡ йылдар “Төҙөлөш” идаралығында баш бухгалтер булып эшләгән, хәҙер хаҡлы ялда. Ғүмер буйы тиерлек Өфөлә көн күрһә, әлеге мәлдә Иглин районындағы Аҡбирҙелә йорт һалып, шунда йәшәй. Ирек менән күптән түгел атаһының йортонда осраштыҡ. Йәнле әңгәмәбеҙ ҙә шунда барҙы. Ул бер нисә генә көнгә атаһының хәлен белергә ҡайтҡайны. Туғыҙ йыл самаһы күрешмәһәк тә, Ирек Фәннүр улында үҙгәреш күрмәнем, әйтерһең, кисә генә осрашҡанбыҙ. 2006 йылда бергә Шүлгән мәмерйәһенә барғайныҡ.
Ирек менән Ағиҙел ярында оҙаҡ ҡына әңгәмәләшеп ултырған кис хәтерҙә. Өфөнөң күп ҡатлы йортонда тыуып үҫкән, урыҫ мәктәбендә уҡыған егеттә илһөйәрлек, туған халҡына мөхәббәт тойғоһоноң шул дәрәжәлә көслө булыуына һоҡланғайным ул саҡта.
— Мәктәптә уҡығанда ла, һуңыраҡ та милләт, халыҡ тигән төшөнсәләр хаҡында уйланманым, — тигәйне Ирек. — Ул тойғо миңә һуңғараҡ килде. Халҡымдың иҫ китерлек данлы тарихы булып та, ни өсөн был хаҡта берәү ҙә белмәй? Ниңә мәктәптәрҙә башҡорт тураһында ләм-мим? Күп уйландым һәм ҡарарға килдем...
Эйе, Ирек 1812 йылғы Ватан һуғышында 28 полк булып һуғышҡан башҡорттар тарихын ғәләмгә сығарырға хәл итә. Ә бит яҙмыш та уның оло хыялдарына ыңғай килеп тора. Ун ете генә йәшендә Өфөнән сығып киткән егет Мәскәүҙә һөнәрселек училищеһына барып инә. Ике йыллыҡ хеҙмәткә алына, ярты йыл Көнбайыш Украинала һалдат һурпаһын татығандан һуң Өфөгә эске эштәр буйынса ғәскәргә ҡайтарыла. Аң даирәһе апаруҡ киңәйгән, Мәскәү ҡалаһының артабанғы үҫешенә йоғонтоһон тойған Ирек университетҡа әҙерлек курстарына инеү маҡсатында йәнә илебеҙҙең баш ҡалаһына юллана. Ә урталыҡта – техникумға инеп, бер йылдан уны ҡалдырыу, киске мәктәп (әйткәндәй, унда Ирек иң йәше була). Күрәһегеҙ, маҡсатҡа юл бормалы-бормалы булып, тормош ауырлыҡтарын һәр саҡ уның ныҡышмаллығы еңә килгән.
— Атайым үҙенең оптимизмы менән дәртләндереп торҙо, — ти ул бөгөн. — Иң мөһиме, артҡа сигенергә ярамағанлығын аңланым. Ломоносов исемендәге Мәскәү дәүләт университетына ауырлыҡ менән керҙем, уның ҡарауы бик яҡшы тамамланым. Уҡыу осоронда бер генә “өслө” алдым. Үҙем өсөн был хатта көтөлмәгән бер хәл булды, тиергә лә ярай.
Ирек Фәннүр улы яҙмышына рәхмәтле була белә. Бәлки, шуғалыр ҙа, бөтәһе лә уң килеп тора уның юлында. Мөхәббәтен ул университетта уҡыған сағында уҡ осрата. Өйләнешәләр. Кәләшенең немец ҡыҙы булыуы ла өркөтмәй Иректе. Бер-берең өсөн йән атып торғанда, милләттең ни ҡыҫылышы бар? Торор төйәге итеп тә башҡорт егете Германияны һайлай. Һөнәре буйынса – иҡтисадсы, шуға күрә Ирек Байышевҡа тәүҙә дуҫының фирмаһында, һуңғараҡ ҙур немец фирмаларының береһендә маклер булып эшләп китеүе ауырлыҡ тыуҙырмай. Ул арала ике улдары донъяға килә. Исемдәрҙе Ирек үҙе һайлай.
– Башҡорттоҡо булһын, ләкин сит телдә лә еңел әйтелһен тип уйланым, – ти ул.
Шулай итеп, бөгөн Лейпцигта Азат һәм Даян Байышевтар йәшәй. Өлкәненә 25 йәш, университетта молекуляр биология буйынса белем ала ул. Егерме ике йәшлек кесеһе иһә сәйәси иҡтисад фәнен өйрәнә. Атаһы менән әсәһенең тормош юлдары айырылыуға ҡарамаҫтан, егеттәрҙә Башҡортостанға, атаһының туғандарына ҡарата ихтирам көслө.
1813 йылда Германия ерендә барған ҡанлы яу хаҡында миңә 1990 йылда немец журналисы, дуҫым Петер Трог һөйләгәйне. Ул саҡта беҙ Эрих Петер, уның ҡатыны Инге менән өсәүләшеп Наполеонға ҡаршы немец, башҡорт, урыҫ бергә һуғышҡан урындарҙа ла булғайныҡ. Тиҫтә йылдан ашыу ваҡыт үткәс, халыҡтарҙың бөйөк алышына 190 йыл тулыр алдынан, яҡташыбыҙ Ирек Байышев үҙенең дуҫы Нәсүр Йөрөшбаев менән Лейпцигта французға ҡаршы яу сапҡан башҡорт ғәскәрҙәре хөрмәтенә һәйкәл асты. Һуңғараҡ ошондай уҡ һәйкәл Дрезден ҡалаһында ла ҡуйылды.
Тарихтан белеүебеҙсә, 1814 йылдың яҙында Франциянан ҡайтып килеүсе башҡорт полктары Тюрингияның Веймар ҡалаһынан алыҫ булмаған Шварца ауылы янында ялға туҡтай. Улар янына килгән немец принцы Карл Гюнтер, беҙҙең яугирҙәрҙең ғәҙәти булмаған уҡ-һаҙаҡтарын күреп, был ҡоралға ҡарата шиген белдерә. Башҡорт мәргәне принцтың шиген таратыу ниәтендә, уҡ атып күрһәтергә уйлай. Тик ҡайҙа төбәргә? Урындағы дин әһеле кирханың (сиркәү — Г.Ә.) көмбәҙенә төртөп күрһәтә. Башҡорт уғы көмбәҙҙең ике миллиметр ҡалынлыҡтағы тимер ҡалайын тишеп барып ҡаҙала. Башҡорттоң мәргәнлегенә хайран ҡалған Шварца кешеләре, ағас уҡ серегәс, уны тимер уҡҡа алмаштыралар. Шунда уҡ тимер капсулаға хат яҙып һалалар.
2012 йылда кирханың ҡыйығын йүнәткәндә әлеге хатты табып алалар... Тап шул саҡта Ирек Байышев менән Вильфрид Һайнц көмбәҙгә алтын ялатылған уҡ ҡуйырға тәҡдим итә. Шварца ҡалаһы бургомистрынан рөхсәт алғас, был изге эште үҙ аҡсалары менән атҡарып та ҡуялар. Бөгөн бында рәссам Азат Ҡужин авторлығында таҡтаташ та асылған.
— Әле Германияла француз яуына ҡаршы һуғышҡа арналған музей эшләй. Унда бер витрина тик башҡорт яугирҙәренә арналасаҡ, — тип ҡыуандырҙы был юлы Ирек Фәннүр улы.
...Һалле ҡалаһы эргәһенән аҡҡан Заале йылғаһында байып барған ҡояштың һүрән генә нурҙары сағыла. Арғы ярҙағы сиркәүгә күҙ һалам. Ул миңә Шварца ауылындағы (хәҙер ул ҡала статусы алған) кирханы хәтерләтә. Байыуға яҡынлашҡан ҡояш нурҙарында алтынға мансылған уҡ ялтырап киткән кеүек тойола. Бына ул биш саҡрымға һуҙылған аллея. Батырҙар аллеяһы. Башҡорт һәм немец яугирҙәренең иңгә-иң терәп илбаҫарҙарға ҡаршы көрәшкән урындары. Был тупраҡҡа минең ата-бабаларым ҡаны ла тамған. Тик ул эҙҙәрҙе йылдар саңы юйған. Ғүмер йылғаһының үтә лә йәһәт ағыуын таныуҙан күңелде үкенесле тойғо ярып үтә. Сараһыҙлыҡтан әрнеп, ергә эйеләм. Ҡасандыр башҡорт аттары һығылта баҫып үткән ерҙе һыйпап ҡарайым. Бәлки, тап ошо урында Ҡаһым түрә баҫып торғандыр һәм яугирҙәренә фарман биргәндер... Сеү! Арабыҙҙа Ирек Байышев, Нәсүр Йөрөшбаев, Азат Ҡужин ише егеттәр барҙа, нишләп туҙан баҫһын ул тарих биттәрен?! Нишләп бөтһөн ти халыҡ?! Йәшәрбеҙ, Аллаһ бойорһа, йәшнәрбеҙ!..