Интернет селтәрендә ошо арала сираттағы ҡурҡыныс хәбәр урын алды: бер ир Өфөнөң Королев һәм Зорге урамдарында 13-14 йәшлек ике ҡыҙҙы көсләргә маташҡан. Бәхеткә күрә, полиция хеҙмәткәрҙәре уны тиҙ арала тотоуға өлгәшкән. Эске эштәр министрлығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, 5 октябрҙә лә ошондай уҡ тотанаҡһыҙлыҡ күрһәткән ирҙе эҙләү, уның исем-шәрифен асыҡлау бара.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, һуңғы осорҙа ҙур хафаға һалған ошондай хәл-ваҡиғалар хаҡында күп ишетелә. Хәүефһеҙлек саралары көсәйтелде, ата-әсә, уҡытыусылар иҫкәртелде, кәрәкмәгән гараждар алынды, әммә тыныслыҡ юҡ. Бының сәбәбе ниҙә һуң? Ҡорт шаштырған һайын үрсейҺүҙ юҡ, һуңғы йылдарҙа рухиәткә, йолаларҙы тергеҙеүгә ҙур иғтибар бүленә. Был, әлбиттә, йәмғиәткә дөрөҫ тәрбиә биреүгә ыңғай йоғонто яһай. Ләкин тәртип урынлаштырыу өсөн был ғына етмәй булып сыҡты. Ҡайһы бер замандаштарыбыҙҙың фекеренсә, дәүләт органдарында әҙәп-әхлаҡ, рухи ҡиммәттәрҙе һаҡлау һәм үҫтереү менән махсус шөғөлләнгән айырым тармаҡ кәрәк. Мәҫәлән, республика Башлығы ҡарамағында Дәүләт-дин мөнәсәбәттәре буйынса совет бар бит, шуның шикелле төрлө хәлде күҙәтеүсе, проблемаларҙы яйға һалыуға ярҙам итеүсе ойошма булһа, йәмғиәттәге тәртипһеҙлек күренештәре, һис шикһеҙ, кәмер ине.
Бөгөнгө заманда кеше күңеле боҙолоуының төп сәбәбе ниҙә? Был һорауға күптәр: “Кире мәғлүмәттең күплеге”, – тип яуап бирер. Ысынлап та, Интернеттағы “иләктән үткәрелмәгән” хәбәрҙәр, “һары” матбуғат сараларының бер-береһен уҙыша-уҙыша кер соҡоуы йәмғиәттең рухи сәләмәтлегенә кире йоғонто яһамай ҡалмай. Иң ҡурҡынысы шул: кешеләрҙең күбеһе был мәғлүмәттәрҙе, һыуһағандай, үҙе үк эҙләп уҡый. Әйтәйек, ниндәйҙер районда биш бала үҫтереп, башҡаларға өлгө күрһәтеп йәшәгән ғаилә тураһында йылы итеп яҙылған мәҡәлә ҡыҙыҡ түгел уларға. Ә инде шул уҡ төбәктә кемдер ҡанһыҙлыҡ күрһәткән икән, йығылып ятып уҡырҙар.
Шуға ла, “ҡорт шаштырған һайын үрсей” тигәндәй, тормошобоҙҙа кәрәкмәгән, хаҡ юлдан яҙҙырған мәғлүмәт артҡандан-арта бара. Интернетта ла рейтингтары юғары, селтәргә инеү менән “ҡаршы алалар”. Уларҙан нисек һаҡланырға һуң? Иғтибар итмәҫкә, үҙеңә кәрәкле, зауығыңа ярашлыны ғына уҡырға, ышанмаҫҡа... Әлбиттә, дөрөҫ әхлаҡи тәрбиә алған, иманы камил кеше шулай итер ҙә. Ә башҡалар?
Һәр кемдең
күңеле һаумы?Ғәйбәткә ышаныу, бер-береңдән кер эҙләү, көнсөллөк, яуызлыҡтан кинәнес алыу, тормошто ҡара төҫтә күреү... Был ғәҙәттәрҙең нигеҙендә эске ризаһыҙлыҡ, көсһөҙлөк ята, ти белгестәр. Өлкән йәштәгеләр иһә йәмғиәтте тотоп торған бағананың юҡлығын билдәләй. “Совет осорондағы коммунистик идея юҡ бит хәҙер, – тиҙәр. – Күптәр нимәгә таянырға, ышанырға белмәй. Уртаҡ идея булмағас, төрлө яҡҡа тарҡалдыҡ”.
Шул уҡ ваҡытта күптәр бындай “бағана”ның дин икәнлегенә ныҡлы инана бара. Рухи ҡиммәтебеҙҙең бер ваҡытта ла насарға өйрәтмәгәнен, борон-борондан дөрөҫ йәшәү, изгелек нигеҙе булғанын таныйҙар. Беҙҙең традицион Ислам да – ҙур тәрбиә мәктәбе. Мосолмандарҙың изге китабы “Ҡөрьән Кәрим”дә йәшәйештең барлыҡ тармаҡтары буйынса алтын аҡыл бирелгән, хаҡ юл күрһәтелгән. Дингә таянған, Аллаһ Тәғәләнең барлығына һәм берлегенә инанған кеше бер ҡасан да яуызлыҡ, вәхшилек ҡылмай, башҡаларға ҡарата мәрхәмәтһеҙлек күрһәтмәй, рухи ҡиммәттәренә ҡарата иғтибарлы, ихтирамлы була, тамырҙарын юғалтмайынса, киләсәкте хәстәрләп, донъяны йәмләп йәшәй. Шул уҡ ваҡытта бер ҡасан да эшһеҙ тормай. Ә бит бөгөн байтаҡ кешенең иң ҙур проблемаһы – тап ошо. Белгестәрҙең күбеһе бының сәбәбен үҙаллы эшләй белмәүҙә күрә. Совет осоронда халыҡты артынан этеп, мәжбүри рәүештә дәүләткә хеҙмәт иттереп өйрәткәндәр. Һөҙөмтәлә әмер көтөп ятыу, бушҡа өмөтләнеү күптәрҙең ҡанына һеңеп ҡалған. Улар, үҙенең етешһеҙлеген төҙәтергә ынтылыу урынына, власты ғәйепләргә әүәҫ. Бындайҙар араһында ир-аттың өҫтөнлөк итеүе айырыуса хафаға һала.
Ә эшһеҙлек кешене эстән дә, тыштан да “кимерә”. Бер нигә ярамай тип, иреккә сығарылған ат ишәккә оҡшап ҡала бит, шуның шикелле хеҙмәтһеҙ ир-ат һәр яҡлап бөгөлә. Эске ҡәнәғәтһеҙлеге һөҙөмтәһендә уның әллә ниндәй яманлыҡтар ҡылыуы ихтимал.
Өйҙә буш ятҡан күп ирҙәрҙең спиртлы эсемлектәр, наркотик менән дуҫлаша башлауы ла мәғлүм. Бындай тормош ғаилә өсөн ҙур фажиғәгә әүерелә. “Иҫерткес эсемлек, наркотик матдәләр ҡулланған, депрессия менән яфаланған кешеләр һуңғы йылдарҙа байтаҡҡа артты, – тине яңыраҡ бер әңгәмәһендә Психотерапия буйынса бөтөн донъя советының вице-президенты, профессор Виктор Макаров. – Улар айырыуса киләсәктең ниндәй булырынан ҡурҡа. Психик хәленә зарланып, медицина учреждениеһына килгәндәр араһында күпселекте эш мәсьәләһе буйынса ауырлыҡ кисергән урта йәштәгеләр, хеҙмәт мөхитенә яраҡлашып китә алмаған йәштәр, хаҡлы ялға китергә тейешле граждандар тәшкил итә”.
Республика клиник психотерапия үҙәгенең баш табибы Илгиз Тимербулатов әйтеүенсә, учреждениела һуңғы өс йылда яңы структура бүлексәләре барлыҡҡа килгән, коллектив тулыланған. “Әле республика халҡына махсус психотерапия ярҙамы күрһәтеүҙең өс кимәлле системаһын ойоштороу йәһәтенән эш бара, – ти баш психиатр. – Һөҙөмтәлә сирлеләр тәүге ярҙамды, белгес кәңәшен йәшәгән урынында алыу мөмкинлегенә эйә буласаҡ”.
Организмында ниндәйҙер үҙгәреш һиҙгән, хәүеф тойған хеҙмәт кешеләре үрҙә һанап үтелгән ярҙам сараларынан файҙаланалыр. Ә бына өйҙә яңғыҙ ултырып, халыҡтан ситләшкән, үҙен йәмғиәткә кәрәкһеҙ тип тойған, эсендә үпкә, асыу ҡайнаған психик сирле дауаханаға мөрәжәғәт итәме? Иң ҡурҡынысы шул: уның ауырыу икәнлеге ниндәйҙер аяуһыҙлыҡ ҡылғандан һуң ғына беленә. Ә бындай сирлеләрҙең күпме булыуын кем белә?
Ғөмүмән, ниндәйҙер ҡыҫҡа саралар күреп кенә урамда тәртип урынлаштырып булмаясаҡ. Йәмғиәттең күңеле һау булырға тейеш. Быға юл, әлбиттә, ғаилә тәрбиәһенән башлана. Һәр ата-әсә ҡыҙҙы – ҡыҙ, малайҙы малай итеп ҡарап, эшкә, һөнәргә өйрәтеп, тормошта ауырлыҡтар булырын аңлатып, шул уҡ ваҡытта яратып, әҙәп-имандың иң ҙур ҡиммәттәр икәнлеген төшөндөрөп үҫтерһә, һис шикһеҙ, хәүеф-хәтәр урап уҙыр ине.
“Өлкәндәргә лә ярҙам итмә!”– Әсәй, мин бөгөн бер инәйгә юл аша сығырға ярҙам иттем, – тип шыбырланы улым. – Тик һин был турала берәүгә лә өндәшмә. Уҡытыусым ишетеп ҡалмаһын...
Баҡтиһәң, уҡыусыларға класс етәксеһе урамда һис кемгә ярҙам итмәҫкә, хатта өлкәндәрҙе лә урап уҙырға ҡушҡан икән. “Мәктәп биләмәһенән сығыу менән тиҙ генә өйөгөҙгә ҡайтығыҙ, – тигән. – Һис кемгә иғтибар итмәгеҙ. Инәй-бабайҙар ярҙам һораһа ла, туҡтамағыҙ – ҡара уй менән мөрәжәғәт итеүҙәре ихтимал”.
Әлбиттә, уҡытыусыларҙы аңларға мөмкин. Һәр ваҡыттағыса, йәмғиәттең барлыҡ мәшәҡәттәре уға барып төртөлә. Өфөлә уҡыусы ҡыҙҙың маньяк тарафынан үлтерелеүе, ошоға оҡшаш башҡа фажиғәләр иһә мәғариф учреждениеларына туранан-тура ҡағылды. Балалар баҡсаларында, мәктәптәрҙә именлекте һаҡлау органдары вәкилдәре ҡатнашлығында ҙур йыйылыштар уҙғарылды, айырым класс уҡыусыларының ата-әсәләре фекер алышты. Һәр ваҡыттағыса, ҡағыҙ мәшәҡәттәре лә ситтә ҡалманы: “балама яңғыҙ ҡайтырға рөхсәт итәм” тигән ғаризалар яңынан яҙҙырылды, үтер юлдың картаһы киренән һыҙҙырылды. Кеҫә телефонына баланың ҡайҙалығын билдәләй торған чип ҡуйырға ла тәҡдим ителде.
Әлбиттә, ҡәҙерле кешеһе өсөн ата-әсә барыһын да эшләргә әҙер. Шулай ҙа уларҙың мәктәптәргә лә үпкәһе бар. Мәҫәлән, ниңә ҡайһы бер уҡыу йорттарында дәрестән һуң бихисап түңәрәк үткәрелә, ә бәғзеләрҙә бөтөнләй юҡ? Әгәр бала көноҙоно мәктәптә ниҙер менән шөғөлләнһә, ата-әсәгә уны эштән һуң килеп алыу мөмкинлеге булыр ине. Юҡһа өйгә яңғыҙ ҡайтырға мәжбүр уҡыусы урамда нимәгә генә осрамаҫ?
– Балаларым мәктәпкә йыраҡ түгел урынлашҡан ижад йортондағы түңәрәктәрҙә шөғөлләнә ине, хәҙер йөрөтмәйбеҙ, – тип белдерҙе бер танышым. – Үҙҙәре быға ҡаршы, илап та бөттөләр. Ни хәл итәһең, ҡурҡыныс бит...
Тимәк, юл бер – һәр мәктәптә түңәрәктәр эшләргә тейеш. Ата-әсә лә тыныс йәшәр, балалар ҙа һөнәр белмәй үҫмәҫ. Юғиһә, бәғзе ҡурҡыныс осраҡтар сәбәпле, тотош киләсәк быуындың ғилемһеҙ, ҡурҡаҡ, эшлекһеҙ, рухһыҙ булып буй еткереүе ихтимал.
“Өлкәндәргә лә ярҙам итмәгеҙ”... Был һүҙҙәрҙә бит ҡот осмалы мәғәнә ята. Халҡыбыҙ күңелендә быуаттар дауамында тупланған күркәм тәрбиә кемдеңдер йәнһеҙлегенә бәйле юҡҡа сыҡһынмы? Мина яланынан үткәндәй, урамда бер кемгә иғтибар итмәйенсә, өйөнә йүгереп ҡайтҡан яңғыҙ баланан киләсәктә нимә көтөргә мөмкин?
Шулай ҙа, бер нигә ҡарамаҫтан, киләсәк быуын вәкилдәренең дөрөҫ юл һайларына ышаныс ҙур. Сәбәбе билдәле: уларҙың араһында сәләмәт тормош алып барған илһөйәр, телһөйәр, һөнәрле йәштәр күп. Дәүләтебеҙҙең дөрөҫ сәйәсәт алып барыуы арҡаһында рухиәткә, традицион динебеҙгә, спортҡа иғтибар, ихтирам арта. “Мәғариф тармағында реформа үткәреү туҡталмай” тип зарланыу йыш ишетелһә лә, был эштең нигеҙендә һәр баланы үҙ зауығына, һәләтенә ярашлы шәхес итеп үҫтереү маҡсаты ятҡанлығын оноторға ярамай. Именлектең нигеҙен тап ул – үҙен йәмғиәткә кәрәкле тип һанаған кеше – һаҡлай бит.
* * *
Иртәнсәк балаларыбыҙҙы мәктәп биләмәһенә индереп ҡалдыра башланыҡ. Быны улар үҙҙәре үк талап итә. “Гел юл ситендә төшөрөп китәһегеҙ, – тиҙәр. – Ә беҙгә ул тирәнән мәктәпкә тиклем байтаҡ атлап барырға кәрәк. Етмәһә, юлда – ике гараж...” Хәүеф сығанағы шул гараж ғына булһа икән...