Игенсенең уйҙары — иген яландарында21.10.2015
Игенсенең уйҙары — иген яландарында Көҙөн һауа торошо тиҙ үҙгәреүсән. Йә ҡояш ҡыҙҙыра, йә һалҡын ел иҫеп, болоттарҙы ҡыуып килтерә лә ямғыр һибәләй башлай. Бына шундай көндә Әлшәй районының “Раевка” йәмғиәте механизаторҙары Казанка ауылы янындағы баҫыуҙа сөгөлдөр сығара ине. “Татлы тамыр”ҙы хужалыҡтың тәжрибәле игенселәренең береһе Рус­лан Фәңгиз улы Ризуанов тейәй.

Эйе, механизаторҙарҙың хеҙмәте еңел түгел, әммә икмәк үҫтереүҙән дә изгерәк эш бармы икән? Һөнәр һайлағанда Руслан тап шуны күҙ уңында тотҡан. 111-се һөнәрселек училищеһында уңышлы уҡып, тракторсы-машинист таныҡлығы алғандан һуң, Иҫке Аҡҡолай ауылы егете хеҙмәт эшмәкәрлеген мал һимертеү совхозында башлай. Армияла хеҙмәт итеп ҡайтҡас, “Завет Ленина” колхозында төрлө эш башҡара. Бер ни тиклем ваҡыттан һуң уға МТЗ-80 тракторын ышанып тапшыралар. Бөгөн иһә Руслан Ризуанов 17 йыллыҡ механизатор стажына эйә.
“Раевка” йәмғиәтендә ул 2006 йылдан бирле эшләй. Быйылғы миҙгел Руслан Фәңгиз улы өсөн элеккеләренән һис тә айырылмай. Яҙын иген культуралары һәм шәкәр сөгөлдөрө сәс­кән, артабан сәсеүлектәргә химик утау үткәргән. Пар ерҙәрен химик эшкәртеүҙә лә ҡатнашҡан. Әлеге ваҡытта “татлы тамыр” тейәй.
— Руслан – тырыш механизатор. Үҙ эшен намыҫ менән башҡара, тракторы һәр ваҡыт төҙөк, — ти уның тураһында хужалыҡтың баш агрономы Азамат Кәримов. — Уға теләһә ниндәй бурысты ышанып тапшырырға була.





Вернуться назад