Ағас кәрәк, ағас!21.10.2015
Ошо көндәрҙә Ҡариҙел районындағы кәңәшмәлә урман сәнәғәтселәре “Кроношпан” заводын сеймал менән тәьмин итеү мәсьәләһен тикшерҙе.
Урман бизнесы менән “Кроношпан”дың үҙ-ара һөҙөмтәле эшмәкәрлеге хаҡында һүҙ барҙы, ғәмәлдәге ҡыйынлыҡтарға, урманды файҙаланыу өлкәһенә айырым иғтибар бирелде. Компанияның генераль директоры Ардашер Курбаншо ағас-юнысҡы плитәләр етештереү тураһында һөйләне, белгестәрҙең һорауҙарына яуап бирҙе.
“Лесэксперт” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте вәкиле иһә Урман попечителлек советы системаһы буйынса сертификатлауҙың әһәмиәте, уның төрҙәре, нигеҙҙәре хаҡында аңлатты. Фекер алышыу барышында киләсәккә маҡсаттар билдәләнде, шулай уҡ “Кроношпан” компанияһы етәкселегенә һатып алынған ағас сеймалдың сығышына контроллек итеү бурысы йөкмәтелде.