“Һалым каникулы” кем өсөн?21.10.2015
Республикабыҙҙа һалымдың ябайлаштырылған һәм патент системаһын ҡулланған ҡайһы бер шәхси эшҡыуарҙар өсөн “каникул” иғлан ителә.
Финанс министры Рида Собханҡолова әйтеүенсә, Башҡортостандың эшҡыуарҙар өсөн һалым ставкаһын ноль процент күләмендә билдәләү тураһындағы законына үҙгәрештәр индереү бындай ярҙамға мохтаж ойошмалар исемлеген тулыландырыу мөмкинлеген бирәсәк.
Закон проекты, етештереү, социаль һәм фән өлкәләренә өҫтәп, көнкүреш хеҙмәттәре тармағында ла тәүгә теркәлгән эшҡыуарҙарға ставканы ноль процент кимәлендә билдәләүҙе күҙ уңында тота. Был норма патент системаһы буйынса йола, ерләү хеҙмәттәренә һәм мунсаларға, шулай уҡ ябайлаштырылған система буйынса кер йыуыу (химик таҙартыу), сәс алыу (матурлыҡ салондары) предприятиеларына ҡағыла. “Һалым каникулы”на йәмғеһе 48 төрлө бизнес эшмәкәрлеге йәлеп ителәсәк.