Ышанысты аҡлауын көтәбеҙ21.10.2015
Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов Республика йортонда “Рәсәй капиталы” акционерҙар коммерция банкы идараһы рәйесе Михаил Кузовлев менән осрашты.

Яҡтар “Социнвестбанк”тың киләсә­ген тикшерҙе, шулай уҡ Башҡортос­танда банк системаһының тотороҡло эшмәкәрлегенә булышлыҡ итеүгә һәм социаль-иҡтисади үҫеш бурыстарын тормошҡа ашырыуға йүнәлтелгән хеҙмәттәшлек тураһындағы килешеүгә ҡул ҡуйҙы. Әйткәндәй, “Социнвестбанк”ты финанс йәһәтенән һауыҡтырыу бурысы тап “Рәсәй капиталы”на йөкмәтелгәйне.
— “Социнвестбанк” эшмәкәрлеген яйға һалды. Был — иң мөһиме. Артабан республикабыҙ иҡтисадына файҙа кил­тереү йәһәтенән сара күрергә кәрәк, — тине Рөстәм Зәки улы. — Банктың киләсәге өмөтлө. Беҙ уның яңы баш­ланғыстарын хуплайбыҙ. Капитал туп­лау йәһәтенән дә бергәләшеп эш­лә­йәсәкбеҙ.





Вернуться назад