Башҡортостандың ауыл хужалығын техник һәм технологик яҡтан яңыртыуға бүленгән дәүләт аҡсаһы нисек тотонола? Республиканың Контроль-иҫәп палатаһы коллегияһының сираттағы ултырышында ошо мәсьәлә тикшерелде. Белгестәр был юлы Башҡортостандың Ауыл хужалығы министрлығын, “Үҙәк”, “Урал аръяғы-Агро”, “Төньяҡ-көнсығыш” машина-технология станцияларын һәм “Ергән машина-технология станцияһы” акционерҙар йәмғиәтен тикшерҙе. Был эш Палатаның 2015 йылғы планында билдәләнгәйне.
– Дәүләттең агросәнәғәт комплексына ҙур ярҙам күрһәтеүенә ҡарамаҫтан, уның техник һәм технологик яҡтан дөйөм артта ҡалыуы дауам итә, – тине үҙенең сығышында Контроль-иҫәп палатаһы аудиторы Фирүзә Ғәлиева. – Төп фондтарҙың ныҡ туҙыуы, ватан ауыл хужалығы продукцияһының конкурентлыҡҡа һәләте түбән булыуы, квалификациялы инженерҙар һәм механизаторҙарҙың етешмәүе ошо хәлгә төшөрә.
Ауыл хужалығы предприятиелары күргән зыян былтыр республика буйынса 1,5 тапҡырға артҡан һәм бер миллиард ярым һум тәшкил иткән, рентабеллелек кимәле 40 процентҡа кәмегән (субсидияны иҫәпкә алмайынса).
“Башҡортостан Республикаһында 2013 – 2020 йылдарҙа ауыл хужалығын үҫтереү һәм ауыл хужалығы продукцияһы, сеймал һәм аҙыҡ-түлек баҙарын көйләү” дәүләт программаһы беҙҙең аграрсыларға машина-трактор паркын байтаҡ ҡына яңыртырға ярҙам итте. Ләкин коллегия ултырышында яңғыраған һандар әллә ни кәйефте күтәрә алманы: 2010 йылда тракторҙарҙың 80 проценты туҙған хәлдә булһа, 2014 йылда был күрһәткес 70 процент тәшкил иткән, йәғни аҙ ғына кәмегән.
– Әгәр ҙә техниканы яңыртыу эше шулай аҡрын барһа, бер нисә йылдан ерҙе нимә менән һөрөрбөҙ һуң? – Палата рәйесе Салауат Харрасов был күрһәткестәргә ҡарата шулай тиергә мәжбүр булды.
МТС-тарҙың ауыл хужалығы предприятиеларын хеҙмәтләндереү күләме былтыр 2012 йыл менән сағыштырғанда 43 процентҡа(!) кәмегән. Һөҙөмтәлә уларҙың финанс хәле лә насарайған, зыян күләме артҡан. Ултырышта шундай факттар ҙа килтерелде: ҡайһы бер хужалыҡтар техниканы, дәүләт ярҙамында уның хаҡының 45-50 процентын ғына түләп алып, артабан яңы көйө тип әйтерлек ситкә ҡиммәтерәккә һатыуҙы уңай күрә икән. Үҙ аҡсаңа алһаң, тәбиғи, шәхси әйбереңде нимә эшләтһәң дә хаҡың бар. Әммә дәүләт аҡсаһы – ул барыбыҙҙың да мөлкәте. Шуға күрә республиканың Контроль-иҫәп палатаһы был байлыҡты нисек файҙаланыу тураһында әленән-әле отчет талап итә лә инде.