Ямғыр аша таны үҙеңде21.10.2015
Ямғыр аша таны үҙеңде Алға бармаған кеше артҡа тәгәрәй тигән әйтемде ифрат яратам. Үҙемдә көйһөҙләнеү йә һүлпәнлек сатҡылары һиҙһәм, йәһәт кенә ошо һүҙҙәрҙе иҫкә төшөрөп, яңы ғилем йә шөғөл өйрәнергә тотонам. Һеҙгә лә, ханымдар, бер аҙға үҙегеҙгә иғтибар бүлергә – булмышығыҙ менән танышырға тәҡдим итәм. Түбәнге тесты һынар өсөн башығыҙҙағы артыҡ уйҙарҙан арынып, тынысланып, аҡ ҡағыҙға ямғыр аҫтындағы кеше һүрәтен төшөрөгөҙ. Буяу, ҡәләм йә фломас­тер ҡулланһағыҙ ҙа була.
Эшләп бөттөгөҙмө? Улайһа, “Һүрәтем миндә ниндәй тәьҫораттар тыуҙыра? Унда төшөрөлгән деталдәр нимә хаҡында һөйләй?” тигән һорауҙарға яуап биреп ҡарағыҙ.



Ямғыр. Кеше тормошондағы нин­дәйҙер ҡытыршылыҡ, ауыр­лыҡтар тураһында һөйләй. Һү­рәт­тәге герой уны нисек үткәрә? Ҡулсатыр тотҡан­мы, ышыҡ аҫ­тына йәшенгәнме, әллә ямғырға бирешмәй юлын дауам итәме?
Персонаждың кәйефе. Һү­рәт­тәге кешегеҙ мохтаж сүрә­тендәме, әллә ауырлыҡты еңеп сығыр көсөнә таянамы? Бәлки, пәйҙә булған һынауҙы ғәҙәти күренешкә һанап, уны тыныс ҡына үткәрергә йыйыналыр?
Болоттар, күләүектәр. Улар­ҙы эре, ялбыр итеп төшөрөү күңелһеҙлек көтөүҙе тасуирлай. Аяҡ аҫтындағы күләүектәр быс­раҡ, ниндәйҙер тет­рәндергес кисерештән һуң ҡалған борсолоу-хәүефтәр барлығына ишаралай. Батҡаҡ-һыуҙың фигураға ниндәй мөнәсәбәттә урынлашыуына иғтибар итегеҙ: алдындамы, артындамы, уратып ал­ғанмы, әллә кеше уның ҡап уртаһында торамы?
Әгәр персонаж арҡаһы йә ҡабыр­ғаһы менән тора икән, тимәк, уны төшөргән кеше донъянан “алыҫ­ла­шыу”ға, үҙ “ғаләм”енә бикләнеүгә әүәҫ.
Йәшен, йәйғор. Шәхестең үҫе­шен­дә яңы баҫҡыс, тормошонда үҙгәреш­тәр төҫмөрләүе хаҡында һөйләй. Йәшендән һуң сыҡҡан йәйғор кешенең камиллыҡҡа ынтылышын, әммә уға тулыһынса өлгәшмәүен аңлата.
Геройҙың ҡат-ҡат кейенеүе кеше­нең ҡурсауға мохтаж­лы­ғына ишаралай. Бөтөнләй ке­йемһеҙ персонаждың хужаһы – ҡыҙыу ҡанлы һәм билдәле тәртип ҡағиҙәләрен һанға һуҡмау­сы­ларҙан.
Ҡулсатыр ҙа тышҡы күңел­һеҙ күре­нештәрҙән боҫоу, һаҡланыу теләген аңлата. Уның булмауы ла, персо­наждың йөҙөн ҡаплауы ла, ямғырҙан һаҡлауы ла, һаҡламауы ла мөмкин.
Өҫтәмә деталдәр – өй, ағас, эскәмйә, автомобиль, персо­наждың ҡулындағы әйберҙәр – һүрәт төшөрөүсенең тышҡы таянысҡа, ярҙамға мохтаж­лығын, башҡа эшмәкәрлеккә бирелеп мәсьә­ләләрҙе хәл итеүҙән ҡасырға тырышыуын сағыл­дыра.


Вернуться назад