Күҙ ҡурҡа, ҡул эшләй21.10.2015
Күҙ ҡурҡа, ҡул эшләй Ауыл ир-егеттәре бер йорт алдына йыйылып, шундағы тракторҙы һырып алды.
– Ҡайһылай оҫта итеп эшләгән!
– Һатыуҙыҡы ситтә торһон, бының менән хәҙер рәхәтләнеп бесән йый ҙа йый инде.
– Ә тимерҙәрҙе нисек тоташтырҙың, нисек уйлап таптың?

Бындай иғтибарға күнекмәгән йорт хужаһы ҡаушап ҡалды. Үҙ ҡулы менән эшләгән был әйбер тәүгеһе булмаһа ла, Айҙар Әбүзәр улы бесән өйә торған ҡоролма яһап ҡуйып, барыһын да шаҡ ҡатырҙы. Ул ауылдаштарының һорауҙарына яуап биреп, нисек эшләгәнен энәһенән ебенә тиклем һөйләне.
Оҙаҡ йылдар механик, тракторсы булып эшләгән Айҙар ағай – Сыбаркүл ауылынан. Совхоз тарҡалғас, Хәйбуллиндар аптырап ҡалмай, үҙ йүндәрен үҙҙәре күреп, күпләп мал, ҡош-ҡорт аҫрай башлай. Сәкинә Ғибәт ҡыҙы һәр саҡ терәк-таяныс булып, тормош иптәшенең башланғысын хуплап, дәртләндереп тора. Улар ауыл халҡынан йыйған һөттө, үҙҙәре етештергән эремсек, ҡаймаҡты Эҫем, Малаяҙ баҙарында һатып, аҡса эшләй, баҡса тултырып емеш-еләк, йәшелсә үҫтерә. Сәкинә Ғибәт ҡыҙы наҙын, һөйөүен өләшеп ултыртҡанғамы, баҡсалары шау сәскәгә күмелгән.
Бар нәмәне үҙе эшләргә күнеккән алтын ҡуллы механик һабан һәм бесән йыя торған ҡорамал яһап ҡуя. Ҡышҡыһын уның менән ҡар таҙарта, ауылдаштарына ярҙам итә. Хатта быраулау машинаһын ҡороп, 45 метрҙан эсәр һыу ҡаҙып сығара. Шулай уҡ үҙ ҡулы менән эшләгән таҡта ярҙырыу цехына ла һоҡланмаған кеше юҡ.
Хәйбуллиндар ҙур, күркәм йорт һалып ингәс, уны заманға ярашлы итеп йыһазландырырға тотона. Ҡыҙҙары-шатлыҡтары Ләйсән менән Гүзәл – ата-әсәләренең төп ярҙамсылары. Ләйсән БДУ-ның математика һәм мәғлүмәт технологияһы факультетын тамамлағас, банкка эшкә урынлаша. Ә Гүзәл Һатҡы медицина техникумында уңышлы уҡып йөрөй.
Ғаиләлә бер-береһен аңлап, тыңлап йәшәргә тырышалар. Ялдарын да, эштәрен дә бергә үткәрә Хәйбуллиндар.






Вернуться назад