Юлдар, юлдар, инде нисә йылдар...20.10.2015
Юлдар, юлдар, инде нисә йылдар... “Юл аҙабы – гүр ғазабы” тип юҡҡа әйтмәгәндәрҙер инде. Ҡаланан ситтә йәшәгәс, көн һайын эшкә килеүе үҙе бер бәләгә әүерелә. Дүшәмбе иртәһе лә “күңелле” башланды: трассаға сығыуыбыҙ булды, “Форд” микроавтобусының тәгәрмәсе шартланы. 27 кеше ултыртыр урынға ҡырҡҡа яҡын пассажир тейәгәс, шартламаҫ ерҙән шартлар! Халыҡ әлеге хәл өсөн водителде ғәйепләп маташһа, уныһы иһә бөтөн бәләне юлдың насарлығына япһарҙы. Шулай инде, Рәсәйҙә быуаттар буйы ике бәләгә – юлдарға һәм иҫәрҙәргә – баш була алмайҙар...


Йыл һайын юлсыларҙың эшенә ҡарап, инде юлда соҡор-саҡыр кәмер тип өмөтләнәбеҙ, әммә бер урын ямалһа, икенсеһе тишелергә күп һорамай. Сифат өсөн кемдер яуап бирергә тейеш. Мәҫәлән, 2012 йылда “Өфө – Аэропорт” юлына һалынған асфальттың ныҡлығы норманан 25-30 процентҡа кәмерәк булғанға республика башлығы Рөстәм Хәмитов уны подрядсылар иҫәбенә яңынан түшәтте. Ил Президенты Владимир Путин иһә 2022 йылғаса Рәсәйҙә юл төҙөлөшөн һәм уның сифатын ике тапҡырға арттырырға тигән маҡсат ҡуйҙы.
Юлдар, юлдар, инде нисә йылдар...Ҡарарҙарҙың урындарҙа нисек үтәлгәнен тикшерер өсөн Дөйөм Рәсәй халыҡ фронты вәкилдәре, “Юлдың сифатын баһалайыҡ” тип аталған акция ойоштороп, ошо көндәрҙә Өфөгә һуғылды. Белгестәр командаһын “Үлгән юлдар” ижтимағи хәрәкәте лидеры, Рәсәй Дәүләт Думаһының Транспорт буйынса комитеты ағзаһы Александр Васильев етәкләй. Улар һалынған юлдарҙың сифатын тикшерә, балалар баҡса­лары, мәктәптәр эргәһендә юл хәрә­кәте хәүефһеҙлеге нисек ойош­то­ролғанлығын, дауаханалар янында туҡталҡа булыу-булмауын ҡарай. Маршрутҡа ярашлы һәр төбәк­тәге хәлде алдан өйрәнәләр, йәмә­ғәтселектең фекере менән таны­шалар, социаль селтәрҙәрҙә лә был белгестәргә мөрәжәғәт итеү­селәр байтаҡ. Алты ай эсендә 60 мең километр юл үтергә план­лаштырғандар. Өфө – белгестәр тикшереү менән килгән 46-сы ҡала. Быға тиклем акция Пермь, Түбәнге Новгород, Чебоксар, Йошкар-Ола ҡалаларында булған. “Сара барышында тупланған бөтөн мәғлүмәт Рәсәй Президенты өҫтәленә ятасаҡ, – ти Александр Васильев. – Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бер төбәктә лә юлдар шәп тип әйтеп булмай”.
Халыҡ фронты белгестәре менән беҙ ҙә тикшереүгә сыҡтыҡ. Халыҡ, әлбиттә, акция менән ҡыҙыҡһына. Мөрәжәғәт итеүселәр байтаҡ булды. Мәҫәлән, баш ҡаланың 2-се по­ликлиникаһы алдында юл ре­монтланған, парковка ла бар, әммә бында ауырыуҙар машиналарын ҡуя алмай тиерлек, сөнки уңайлыҡтарҙы башлыса эргә-тирәлә йәшәүселәр файҙалана. Табипҡа күренергә килеүселәр иһә квартал эсендә, урамдарҙа урын эҙләргә мәжбүр. Инвалидтар өсөн парковка булмауы ла белгестәрҙең күҙенә шунда уҡ салынды. Коляска менән үтеүселәр өсөн пандустар урынына асфальт өйөп ҡуйғандар...
Икенсе туҡталыш Вологда урамы булды. Был тирәләге юлды ремонтлау тураһында күптән һүҙ бара, халыҡ хатта прокуратураға мөрәжәғәт итте. Әлеге мәлдә урамдың күпселек өлөшө ремонтланған, шулай ҙа соҡор-саҡырлы урындар етерлек әле. Ҙур соҡор эргәһендә туҡтаныҡ. Александр Васильев шунда уҡ машинанан таҡта киҫәге килтереп сығарҙы. ГОСТ стандарттарына ярашлы киҫелгән икән был яйланма.
Юлдар, юлдар, инде нисә йылдар...– Әгәр ошо таҡта юлдағы соҡорға һыйһа, беҙ шунда уҡ етешһеҙлек тураһында проку­ратураға йәки поли­цияға мөрәжәғәт итәбеҙ, – тип, белгестәр соҡорҙоң тәрәнлеген һәм киңлеген үлсәне.
Рейд ахырына тикшереүселәрҙе күрергә тип баш ҡаланың Дим биҫтәһендә йәшәгән бер егет килеп туҡтаны.
– Өфөлә булғанығыҙҙа Өфө – Дим юлын да ҡарап китһәгеҙ ине. Бынан ике йыл самаһы элек ремонтланған юл бер нисә айҙан соҡор-саҡырға әйләнде. Әле уны йәнә йүнәтәләр. Ямғыр, ҡар тип тормайҙар, асфальт һалалар. Көнө-төнө эш бара. Иртәле-кисле тығындар бишәр километрға етә. Эштәренең сифатын баһа­лаһағыҙ ине.
– Эш тамамланмайынса, ниндәй­ҙер баһа биреүе ҡыйын, – тип яуапланы белгестәр.
Сарала дәртләнеп ҡатнашҡайным да ул, тик был һүҙҙәрҙән һуң икеле тойғо ҡалды: башҡарылған эшкә баһа биреүгә ҡарағанда, әле тамамлан­мағанын тикшереү яҡшыраҡ түгелме? Етешһеҙлек табыла ҡалһа, уны әле үк бөтөрөү иҡтисади яҡтан отошлораҡ, халыҡҡа ла файҙалыраҡ булыр ине бит!
Рәсәй Гоголь заманынан бирле ике афәт менән көрәшә...


Вернуться назад