Ташламалы хаҡ – һеҙҙең файҙаға20.10.2015
15 – 25 октябрҙә ваҡыт­лы мат­буғатҡа яҙы­лыу ун көнлөгө бара. Был осорҙа “Баш­ҡорт­остан” гәзи­тенә ташламалы хаҡҡа яҙылыр­ға мөмкин.
Хаҡтар түбән­дәгесә:

50600 индексы — 1292 һум 64 тин,
31805 индексы — 548 һум 94 тин.
Почта биргән квитан­ция­ның күсермәһен ре­дак­цияға ебәргәндәр бүләккә 2016 йылға Башҡортса дини ка­лендарь ала башланы ла инде. Ошо уҡ квитанциялар йыл аҙағында лотерея отошонда ҡат­нашасаҡ. Иң ҙур бүләк – “Йәйғор” ши­фа­ха­на­һына сертификат! Һеҙҙән хаттар көтәбеҙ, дуҫтар.
Өфө ҡалаһында йәшәү­селәр иғтибарына!
Йортоғоҙға яҡын “Өфө­матбуғат” киоскы­һынан килеп алыу шарты менән арзаныраҡ хаҡҡа яҙыла алаһығыҙ.
1 айға – 187 һум, 6 айға – 1122 һум.


Вернуться назад