Әҙәбиәт менән Кино йылдары осраша!20.10.2015
Киләһе йыл Рәсәй киноһы йылы тип иғлан ителде. Был яңы маҡсаттарға өлгәшергә, тамашасыларыбыҙҙы ҡыҙыҡлы саралар менән ҡыуандырырға мөмкинлектәр асыр тип ышанабыҙ.
Ә бөгөн иһә барығыҙҙы ла киске 6-ла Өфөләге “Родина” кинотеатрында көтәбеҙ. Унда башҡорт, урыҫ һәм татар шағирҙары сығыш яһаясаҡ, төрлө күргәҙмәләр үтәсәк, башҡорт әҙиптәренә арналған дүрт документаль фильм күрһәтеләсәк: Әмир Абдразаҡовтың “Аҡмулла”, Владимир Жереховтың Мәжит Ғафури ижадына арналған “Шағир һүҙе һәм даны”, шағир-фронтовик Хәниф Кәрим хаҡында уның ейәне, йәш кинорежиссер Роман Пожидаев ижад иткән “Тауҙарға артылғанда” таҫмалары һәм билдәле кинорежиссер Вилүрә Иҫәндәүләтованың Баязит Бикбайҙың ижадына һәм тормошона арналған “Тере шишмә” фильмы. Шағир ролен күренекле актер Олег Ханов уйнай. Көтәбеҙ, инеү ирекле.