Ер тетрәү ҡабатланырмы?20.10.2015
Уҙған йәкшәмбелә Свердловск өлкәһендә ер тетрәү осрағы теркәлгән. Урал тауы һыртындағы һелкенеште Екатеринбург, Ревда, Первоуральск, Новоуральск ҡалалары халҡы ла тойған.

Башҡортостандың ошо төбәккә сиктәш Мәсетле, Балаҡатай райондары ла – тәбиғәт күренешенең шаһиты. Бәхеткә күрә, йорттарҙың емерелеүе, кешеләр үлеүе теркәлмәгән.
Рәсәй Фәндәр академияһының Уралдағы Геофизика институты ғилми хеҙмәткәре Александр Гуляев белдереүенсә, әлеге ер тетрәүҙең магнитудаһы 4.2 балл булған. Үҙәккә тура килгән урында иҙәндәр һелкенгән, йорт йыһаздары шылып йөрөгән. Был хәл бер нисә секунд дауам иткән, шуға ла күптәр яҡында нимәлер шартлаған тип уйлаған.
Ғалимдар фекеренсә, бындай күренеш Уралда һирәк осрай. Уларҙың иҫәпләүенә ҡарағанда, биләмәлә ер тетрәүҙең 116 йылдан ғына ҡабатланыуы ихтимал.







Вернуться назад