Күмертауҙы үҫтерәсәктәр20.10.2015
Республика Башлығы Рөстәм Хәмитов “Внешэкономбанк” рәйесе урынбаҫары, Иҡтисади үҫеш һәм интеграция буйынса Хөкүмәт комиссияһы ҡарамағындағы Бәләкәй ҡалаларҙы модернизациялау буйынса эш төркөмө етәксеһе Ирина Макиева һәм Моноҡалаларҙы үҫтереү фондының генераль директоры Илья Кривогов менән осрашты.

Сарала Рөстәм Хәмитов менән Илья Кривогов Күмертау ҡалаһын үҫтереү йәһәтенән хеҙмәттәшлек тураһындағы генераль килешеүгә ҡул ҡуйҙы. Документ бәләкәй ҡалаға күберәк инвестиция йәлеп итеүҙе, яңы эш урындары булдырыу өсөн тейешле шарттар тыуҙырыуҙы күҙ уңында тота.





Вернуться назад