Изге китаптарҙан кер эҙләмәгеҙ!20.10.2015
Изге китаптарҙан кер эҙләмәгеҙ! Яңыраҡ Көньяҡ Сахалин суды “Аллаһ Тәғәләгә доға ҡылыу: уның Исламдағы әһәмиәте һәм роле” исемле баҫманы экстремизмға әйҙәүсе тип танығайны. Мосолмандарҙың изге китабындағы сүрәләрҙең ҡыҫҡаса аңлатмаһын биргән был йыйынтыҡта енәйәт эҙләргә маташыуҙары йәмәғәтселектә ризаһыҙлыҡ тыуҙырҙы. Атап әйткәндә, Чечен Республикаһы Башлығы Рамзан Ҡадиров һәм Рәсәйҙең Дәүләт Думаһы депутаты Шамсаил Саралиев бындай ҡарарҙы ҡабул иткән судҡа дәғүәһен белдерҙе, шулай уҡ илебеҙ Конституцияһын боҙоуҙа ғәйепләне. Был фекерҙе Рәсәй Президенты Владимир Путин да яҡлап сыҡты.
Һөҙөмтәлә, ил башлығы донъяның төп дини китаптарында экстремизмға нигеҙ эҙләүҙе тыйыу тураһындағы закон проектын Дәүләт Думаһына индерҙе. Уға ярашлы христиандарҙың, мосолмандарҙың, йәһүдтәрҙең, буддаларҙың изге китаптары яҡлау таба.
“Библия, Ҡөрьән, Танах, Ганджур кеүек китаптар, уларҙың йөкмәткеһе һәм цитаталары экстремистик материал була алмай”, – тиелә Владимир Путиндың аңлатмаһында.
Был законды әҙерләгәндә Рәсәй Конституцияһының 28-се статьяһына һылтанма яһала. Илдәге һәр гражданға выждан азатлығы, инаныуҙар ирке гарантиялана бит ҡануниәттә. Йәмәғәтселек фекеренсә, Владимир Путиндың был аҙымы илебеҙҙә милләт-ара һәм дин-ара мөнәсәбәттәрҙе көйләү йәһәтенән бик ваҡытлы һәм урынлы.


Вернуться назад