Әсәйем менән атайымдың һөйләүе буйынса үҙебеҙҙең яҡтағы бер ҡая атамаһының тарихын яҙып үтмәксемен.Борон төбәгебеҙҙә оҫта һунарсы йәшәгән. Уның исеме был яҡта киң билдәле булған. Бүре, айыу, шәшке, ҡуян – ниндәй генә йәнлек алмаған был һунарсы!
Бер ау мәлендә уның тоғро эте төлкөнө ҡыуып еткән. Ҡаяға барып сыҡҡас, хәйләкәр йәнлек таштар артына йәшенгән. Уны-быны абайламаған эт иһә ҡапыл түбәнгә ҡарай осоп, йән биргән.
Һунарсы тоғро дуҫының үлеменә ныҡ ҡайғырған, тиҙәр. Хатта күпмелер ваҡыт ауға ла йөрөмәгән. Әлеге текә ҡаяны иһә халыҡ Этосҡан тип йөрөтә башлаған.
Байморат МОРАТОВ,
Байғусҡар мәктәбе уҡыусыһы.