Мул табыш20.10.2015
Йәйге каникул мәлендә Ураҙбай быуаһына балыҡҡа барыуыбыҙ хәтеремдә ныҡ уйылып ҡалды.

Тирә-яҡ тып-тыныс. Быуа көҙгөләй ялтырай. Аҡ томан яйлап ҡына тарала. Ҡармаҡтарыбыҙҙы һыуға ырғыттыҡ. Ма­тур­лыҡҡа һоҡланып ултырып, ҡалҡы­уыстың батҡанын һиҙмәй ҙә ҡалғанмын. Ҡармаҡты күтәргәйнем, ус ҙурлығындай табан балығы килеп сыҡты! Күп тә тормай Илмир абзыйыма ла тос ҡына табыш эләкте. Ә атайым бот буйындай карп тотто! Ҡояш ҡыҙҙыра башлағанға тиклем әллә күпме балыҡ эләктереп өлгөрҙөк.

Айлина АРЫҪЛАНОВА,
Этҡол мәктәбе уҡыусыһы
.



Вернуться назад