“Туҡтағыҙ!”20.10.2015
Урман аяуһыҙ ҡырҡыла, йылға-күл бысрана, һайыға, һауабыҙ ағыулана... Ер шары көсһөҙ, яҡлаусыһыҙ ҡалған кеүек. Әйтерһең, кескәй бала... Кешеләрҙең ярҙамына мохтаж ул.

“Ҡыҙыл китап” та бит юҡҡа ғына сы­ға­рылмаған. Был төҫ, свето­форҙағы ке­үек, “Туҡтағыҙ!” тигәнде аңлата. Үҫем­лектәрҙе, йәнлек-ҡоштарҙы һаҡ­лар­ға бурыслыбыҙ.
Бөйөк Александр Пушкиндың “Ба­лыҡ­сы һәм алтын балыҡ” тигән әкиә­тендә лә кешеләргә иҫкәртеү бар. Әҫәрҙәге алтын балыҡ – тәбиғәт. Ул ифрат аҡыллы, йомарт. Ҡомһоҙ ҡарсыҡ образы аша иһә әҙип кешеләрҙең насар холҡон сағылдырған.
Тәбиғәттең сафлығы – беҙҙең күңел матурлығы. Шуны онотмаһаҡ ине.

Камилә ДӘҮЛӘТБАЕВА,
4-се мәктәп уҡыусыһы.



Вернуться назад