Ерҙә ҡалған яҡты эҙең,
Мираҫың – ҡаурый ҡәләм.
Китаптарыңды алам да
Тәрән уйҙарға ҡалам.Көҙҙәрҙә ауаз һалғанһың,
Бәхетле бала булып.
Яҙғаның ҡалған халҡыңдың
Йөрәгенә уйылып.
Шиғырҙарың мәңге һүнмәҫ
Иң матур йыр бөгөн дә.
Янаһың һин йондоҙ булып
Ватаныбыҙ күгендә.
Һин – халҡымдың саф шишмәһе,
Шиғри яҙҙарҙың башы.
Һин – башҡорттоң моңло улы,
Милләттең йөҙөк ҡашы.
Илвина ҒӘЙНУЛЛИНА,
Кешәнне мәктәбе уҡыусыһы.