Бесән мәлен һағынам20.10.2015
Атай-әсәйем, олатай-өләсәйҙәрем мине гел яҡшылыҡҡа өйрәтә. Өлкәндәрҙе тыңларға, хөрмәт итергә, ярҙамсыл булырға, алдашмаҫҡа...

Өләсәйем менән олатайым йәшәгән Йөйәк ауылында барлыҡ кеше лә һәйбәт. Улар бер-береһе менән ихлас иҫәнләшә, мохтаждарға ярҙам итә. Малайҙар менән ҡыҙҙар ҙа тың­лаусан, эшсән. Улар кеүек мин дә йәйгеһен ял итеп кенә йөрөмәнем, ә олатай-өләсәйемә ярҙамлаштым: тауыҡ-себештәргә ем һалдым, йәшелсәгә һыу ҡойҙом, кискеһен быҙауҙарҙы урмандан алып ҡайттым. Ә иң иҫтә ҡалғаны бесән эшләү булды. Олатайым үткән ҡыш уҡ миңә ағастан һәнәк яһап ҡуйғайны. Кипкән бесәнде бер урынға йыям, ә олатайым унан күбә ҡойоп ҡуя. Ял мәлендә өләсәйем ҡарағат япрағы һалынған тәмле сәй менән һыйлай. Арыһаҡ та, ҡәнәғәтбеҙ.
Ошо күңелле мәлде һағынып иҫкә алам. Олатайым менән өләсәйемдең әйткәндәре айырыуса онотолмай. “Ҙур үҫтең хәҙер. Гел шулай изгелек күрһәтеп йәшә”, – тине бит улар.
Илнур ВӘЛИЕВ,
8-се мәктәп уҡыусыһы.
Белорет ҡалаһы
.


Вернуться назад