Урмандың йәме ниҙә?20.10.2015
Борон-борон заманда тап беҙҙең яҡта мөғжизәле урман булған, ти. Унда төрлө сәскә, үлән, ағастар тыуған төйәккә ерегеп, ныҡлы тамыр йәйеп, ғаиләләрен ишәйтеп йәшәгән. Татыулыҡҡа һөйөнөп, ҡояш апай ҙа нурҙарын йәлләмәй өләшкән.
Ағастар береһенән-береһе матур, файҙалы ла, ти. Йүкә хуш еҫле сәскәһе менән дан алһа, муйыл һәм балан шифалы емештәре аша танылған, имән иһә туҡлыҡлы сәтләүеген өләшеп ҡыуандырған. Дегәнәк исемлеһе айырыуса ҡупшы, ти. Ҡарағайҙар араһына һыйынып үҫкән был ағас май аҙағында ҡып-ҡыҙыл ғына сәскә ата, көҙ мул итеп уңыш бирә икән. Барыһы ла һоҡланған дегәнәккә. Уны һаҡлағандар, ауыр эш ҡушмағандар, “өф” итмәгән ергә ултыртмағандар.
Ә дегәнәк бындай хәстәрлектән көндән-көн тәкәбберләнә барған, ти. Башын юғары күтәреп йөрөй башлаған. Аяғы аҫтына ҡарамаған да. Шунлыҡтан дегәнәк урамға сыҡһа, сәскә-үләндәр төрлө урынға боҫоп бөткән. Өлгөрмәгәндәре тапалып та ҡалған. Ҡыуаҡтар ҙа, дер ҡалтырап, бер урынға өйкөлөшкән. Һылыу дегәнәктең шулай үҙгәреүен күреп, аҡ ҡайындар баш сайҡаған, күпте күргән ҡарағайҙар, мөһабәт имәндәр уйға ҡалған. Ауыр тынлыҡ урынлашҡан. Урман өҫтөнә ҡара болоттар эленгән, шыңшып һалҡын ямғыр яуырға тотонған, әсе ел ағастарҙы бөгөп-һуғып ыҙалата башлаған.
Ә ҡарағайҙар араһындағы дегәнәк бер ниҙе тоймаған, үҙенә һоҡланыуҙан туҡтамаған. Емештәренә берәүҙе лә яҡын килтермәй, ҡоштарҙы пыр туҙҙырып ҡыуып ебәрә, ти. Бер мәл ситтә ҡалтырап ултырған миләш күҙенә салынған.
– Эй, кил әле бында! – тип уны янына саҡырып алған дегәнәк. – Ниндәй матурлығың бар инде һинең?
– Япраҡтарыма һоҡланалар... – тип ҡурҡып ҡына яуап биргән миләш.
– Ул да булған икән матурлыҡ! – тип мыҫҡыллы көлгән дегәнәк. – Емешең дә юҡ бит, исмаһам. Нимәгә йәшәйһеңдер һин?
Был һүҙҙәр миләштең йөрәк яраһын яңыртып ебәргән. Ысынлап та, көнө-төнө теләһә лә, емеше юҡ шул уның... Башҡаларҙың сәскәһенә, мул уңышына ҡыуанып ғүмер итә. Һис кемгә насарлыҡ теләмәй. Ә бөгөн...
Дегәнәктең әсе көлөүен онота алмайынса, төнө буйы илап сыҡҡан миләш. Таң алдынан ғына ойоп киткән. Ә уянһа... Күҙҙәренә ышанмайынса, телһеҙ ҡала: ботаҡтары һайын ҡуҙаҡ-ҡуҙаҡ емеше сыҡҡан, ти! Ғәжәп матур икән үҙҙәре! Тәмләп ҡараһа, әселегенән ҡалтырап ҡуйған: әллә күпме йән ғазабынан, күҙ йәштәренән яралған шул емештәре.
Ошо уҡ таңда ҡупшы дегәнәк ҡапыл бәләкәйләнгән. Ҡыҙыл емештәре ҡороп, ергә ҡойолған. Уларҙың урынына сәнскәктәр барлыҡҡа килгән. Дегәнәк, үҙен бындай ҡиәфәттә башҡалар күреп ҡалмаһын өсөн тиҙ генә йыйынып, урмандан сығып ҡасҡан. Әле шырлыҡ, ҡыйлыҡ араһында көн күрә, ти. Үткән-һүткәнгә сәнскәген ҡаҙап, йәбешеп ыҙалата икән.
Ә урманға, дегәнәк киткәс, элекке бәхет ҡайтҡан. Сәскә-үлән, ағастар бер-береһе менән шул ҡәҙәр татыу йәшәй, ти. Ҡара болоттар таралған, ел дә, берҙәмлекте бөгә алмағас, үҙ юлынан киткән. Ҡояш апайҙың йөҙөнә иһә элекке сағыу йылмайыуы ҡайтҡан.
Ағастар бер-береһенә йылы һүҙен йәлләмәй, ти. Һылыу миләшкә һоҡланып туймайҙар. Ә уныһы быға һис тә тәкәбберләнмәй, маһаймай, киреһенсә, изгелек менән яуап ҡайтара икән. Көҙ етһә, бөтөн тирә-яҡҡа йәм тарата, ҡоштарҙы ҡышҡыһын да емешенән өҙмәй. Бындай урмандан бер үҫентенең дә, йәнлектең дә ситкә киткеһе килмәй, ти.