Маһирлыҡ көҙ һынала20.10.2015
Маһирлыҡ көҙ һынала Беҙҙең мәктәптә Уңыш байрамын уҙғарыу йолаға әйләнгән. Ул һәр ваҡыт ҡыҙыҡлы, күңелле үтә.
Быйылғы байрамды ла ашҡынып көтөп алдыҡ. Айырыуса йәшелсәнән төрлө һын, һауыт эшләргә яратабыҙ. Көҙгө сәскә-үләндән гөлләмә яһау ҙа оҡшай. Һәр ваҡыттағыса, бындай әҙерлек эштәрендә атай-әсәйҙәребеҙ ныҡ ярҙам итте.
Байрамда командалар төрлө һынау үтте, йыр-бейеүгә маһирлығын күр­һәтте, сәмләнеп ярышты. Көҙһылыу­ҙарҙың сығышы бигерәк тә матур килеп сыҡты.
Аҙаҡ еңеүселәр билдәләнде. Йола шартына килтереп, әсәйҙәребеҙ менән уҡытыусыларыбыҙ әҙерләгән мул та­бын янына йыйылдыҡ. Унан һуң йәр­минкә ойошторолдо.

Фидәлиә БИКБУЛАТОВА,
Яңы Усман мәктәбе уҡыусыһы.


Вернуться назад