Һаумыһығыҙ, Мостай олатай! Һеҙҙең иҫәндәр араһында булмауығыҙға тиҫтә йыл да үтте, ләкин һаман да арабыҙҙа кеүекһегеҙ, сөнки рухығыҙ күңелдәребеҙҙә йәшәй. “Беҙҙең өйҙөң йәме” әҫәрендәге Оксана йорт ҡото булһа, һеҙ – илебеҙҙең, барлыҡ әҙәбиәт донъяһының күрке. Һәр әҫәрегеҙ кешелеккә фәһем бирә, тормошто яратырға өйрәтә. Шундай яҙыусыбыҙ, шағирыбыҙ булғаны менән сикһеҙ бәхетлебеҙ. Рәхмәт һеҙгә!Шағир тыуа халҡы өсөн,
Ул – халҡының йөрәге.
Халыҡ йөрәге гел типһен,
Был – һәр шағир теләге.
Мостай олатай гел йәшәр
Йөрәгендә халҡының.
Һүнмәҫ өсөн ҡабынды ул,
Һүнмәҫ өсөн балҡыны.
Ғайсар ҠАНСУРИН,
Байыш мәктәбе уҡыусыһы.