Иң ҡәҙерлем, матурым,
Әсәкәйем – күҙ нурым.
Иң йомшаҡҡай ҡосағым,
Иң-иң йылы усағым.
Лиана КӘРИМОВА.
Нимә ул бәхет?Бәхет нимә?
Был – ҙур һорау,
Еңел түгел
Яуап уйлау.
Бәхет нимә?
Йылы өйөм,
Тәмле ашым,
Матур кейем.
Бәхет нимә?
“Бишле” алып,
Әсәйемде шатландырыу,
“Шәп үҙемдең улым!” – тип
Атайымды маҡтандырыу.
Артур САФИН.