Тыуған ауылым Иҫке Ҡаҙансы районыбыҙҙың иң матур ерендә урынлашҡан. Беҙҙә уңған, ҡунаҡсыл, киң күңелле башҡорттар йәшәй.Ауылыбыҙ атамаһының килеп сығышы тураһында байтаҡ легенда, риүәйәт бар. Шуларҙың береһенә күҙ һалғанда, бынан алты быуат элек кеше аяғы баҫмаған урынға ғаилә күсеп килә. Уларҙың Янбай, Ҡайпан, Ҡыйғаҙы һәм Ҡаҙансы тигән улдары була. Ата-әсә ауылға кинйә балаһының исемен бирә.
Бәғзе берәүҙәр башҡаса фаразлай. Уларҙың фекеренсә, бейектән ҡарағанда, ауыл соҡор эсендә ултыра кеүек, ҡаҙанға оҡшап тора.
Лилиә РӘХМӘТОВА,
Иҫке Ҡаҙансы мәктәбе уҡыусыһы.