Һаҡламаһаҡ...20.10.2015
Тирә-яҡҡа күҙ һалайыҡ:
Донъябыҙ ниндәй матур!
Шишмә аға, ҡоштар һайрай,
Емелдәп тора йәйғор.

Был матурлыҡ йәшәһен, тип
Тырышһа ине халыҡ.
Тирә-йүнде йәлләмәһәк,
Тороп ҡалыр бит бушлыҡ.

Гүзәллекте күрә белеп,
Уны һаҡлаһаҡ ине.
Донъя йәмен бергәләшеп
Гелән яҡлаһаҡ ине.

Венера ИСЛАМОВА,
Иҫке Мошто мәктәбе уҡыусыһы.



Вернуться назад