Гөрләп йәшә!20.10.2015
Күгем тыныс, ерем йәшел –
Гүзәллеккә таң ҡалам.
Башҡортостанда тыуғанға
Һәр ваҡыт ғорурланам.

Бер нигә лә бирешмәйсә,
Дуҫ-татыу йәшәй халҡым.
Башҡортостандың байлығы –
Беҙҙәге “ҡара алтын”.

Нефтекамала йәшәйем,
Исемем Женя минең.
Артабан да гөрләп йәшә,
Башҡортостаным, илем!

Евгений ХӨСНУЛЛИН,
6-сы мәктәп уҡыусыһы.



Вернуться назад