Донъяның “ҡан тамырҙары”17.10.2015
Донъяның “ҡан тамырҙары” Юлдар торошо — илдәрҙең иҡтисади, мәҙәни һәм хатта сәйәси үҫешенең дә сағылышы, көҙгөһө ул. Ҡырмыҫҡалы аша республика әһәмиәтендәге Өфө — Магнитогорск, Өфө — Сибай юлдары үтә. Уларҙан көньяҡ-көнсығыш райондары халҡы айырыуса ҙур файҙа күрә.

Юлдар — йәшәү артерияһы, тип юҡҡа ғына әйтмәйҙәр. Һуңғы йылдарҙа Ҡырмыҫҡалы районында юл төҙөлөшө йылдам бара. Һандар теле менән әйткәндә, быйыл был эшкә 240 миллион һум аҡса бүленһә, әле шуның 150 миллионы тотонолған. Юл һалыусылар райондағы 535,8 километр араның төҙөклөгө өсөн яуаплы булһа, шуның 258 километры асфальт-бетон япмалы.
Төҙөүселәр быйылғы эш күләменән ҡәнәғәт. Баш ҡалалағы “Нефтсе” стадионына ҡала хакимиәтенең заказы буйынса асфальт түшәлде. Йүгереү юлдары, футбол майҙаны, инеү-сығыу юлдары сифатлы булыуы менән һөйөндөрҙө. ШОС һәм БРИКС саммиттары алдынан “Металлобаза” туҡталышында үткәүелде сафҡа индереп, баш ҡаланы йәмләүгә үҙ өлөшөн индерҙеләр.
Донъяның “ҡан тамырҙары”Өфө ҡалаһында Менделеев, Элеватор, Октябрҙең 50 йыллығы урамдарын да төҙөк­ләндерҙе улар. Үҙҙәре йәшәгән район ауылдарында ла юлдарға иғтибар артыуына һөйөнәләр. Мәҫәлән, быйыл Бәпестә юлдарға асфальт һалынды. Ҡырмыҫҡалы — Бәпес юлында 1,5 км юл ремонтланды, ул киләһе йыл да дауам итәсәк. Һарт-Наурыҙ — Сысҡан — Иҫке Шәрәй юлына ҡомташ түшәлде. Йәмғеһе 15 миллион һумлыҡ ремонт эштәре атҡарылды.
Ә инде район үҙәгендә төҙөкләндереү эштәре йылдан-йыл киңерәк ҡолас йәйә. Урамдарҙы киңәйтеү, тротуар эшләү кеүек бурыстарҙы теүәл һәм сифатлы итеп башҡарыу тәжрибәһе хас Ҡырмыҫҡалы юлсыларына.
Республика әһәмиәтендәге трассаларҙы тәр­тип­тә тотоу — айырыуса яуаплы бурыс. Бында башҡарылған эштең һәр ҡайһыһы буйынса лаборатория тикшереүе үтергә, комиссия алдында һынау тоторға кәрәк. Һуңғы ике йылда ҡырмыҫ­ҡалылар республика категорияһына ҡараған Өфө — Инйәр — Белорет юлының 16,5 километр оҙонлоҡтағы бер араһын төҙөкләндереүҙе уңышлы атҡарҙы.
Бынан тыш, идаралыҡ ҡарамағында дөйөм оҙонлоғо 700 метрҙан ашыу тәшкил иткән 25 күпер, ике мең самаһы юл билдәһе, 15 кило­метрлыҡ барьер-ҡойма иҫәпләнә. Ошондай хужалыҡтың эшен атҡарыу өсөн өс асфальт-бетон заводы эшләй. Быйыл улар 25 мең тоннанан ашыу продукция етештерҙе. Шуны әйтергә кәрәк: асфальт-бетон заводы ҡоролмалары тулыһынса компьютерлаштырылған, газ яғыулығына көйләнгән — заман менән бергә атлайҙар. Был, үҙ сиратында, сәғәтенә 80 тонна сифатлы асфальт ҡатнашмаһы етештерергә мөмкинлек бирә. Ҡеүәтле ремонт базаһы, йылы гараждар, заправкалау станцияһы — ыңғай күренеш. Оҫталар кәрәкле деталдәрҙең күбеһен үҙҙәре етештерергә өйрәнеп алған. Техника ла етерлек. Мәҫәлән, 25 үҙбушатҡыс бар. Идара асфальт һалғыс, тапат­ҡыс, экскаватор кеүек техника һәм агрегаттарҙы “Хитачи”, “МАН”, “Фогель”, “Титан” кеүек донъяла билдәле компанияларҙан ғына ала.
120-нән ашыу кешене эш менән тәьмин иткән предприятие етәксеһе Фәнил Фән улы Исхаҡов хаҡында айырым әйтеп китеү зарур. Автотранспорт техникумын тамамлағас та, ул яҙмышын юл төҙөлөшө менән бәйләгән. Төрлө хеҙмәт баҫҡыстарын үтә: ябай эшсенән мастер, баш инженер вазифаһына тиклем. Юғары белемде Мәскәүҙә ала. Тәжрибәле, ойоштороу һәләтенә эйә белгес — Рәсәй Федерацияһының почетлы юл төҙөүсеһе. 10 йылдан ашыу инде идаралыҡты уңышлы етәкләй.
Баш инженер Рәмил Мирғәзи улы Вилданов та — үҙ эшенең оҫтаһы. Ғөмүмән, Ҡырмыҫҡалы юлсылары һәммәһе лә намыҫлы хеҙмәт өлгөһө күрһәтә. Хеҙмәт династияларынан Родионовтар, Макасовтар, Батталовтар фиҙакәр эше менән ҙур абруй ҡаҙанһа, мастерҙар Радик Теләүлин, Сәлим Ишбулатов, Таһир Яҡупов, Рәсим Фәхрет­диновтар айырыуса тырышып эшләй. Тейәүсе машинист Рәфис Фәтҡуллин, бульдозерсы Радик Ғәлин хаҡында ла маҡтап телгә алалар.
Хеҙмәткәрҙәр социаль йәһәттән яҡланған. Эш хаҡын ваҡытында алалар. Йорт һалған саҡтарын­да хеҙмәткәрҙәргә бушлай техника, төҙөлөш мате­риа­лы бүленә йә иһә ҡул көсө ярҙамынан фай­­ҙаланыу мөмкинлеге бирелә. Балаларына — ял лагерына, үҙҙәренә “Асы” шифаханаһына юлламалар даими бүленә. Юлсылар мәҙәни тормоштан да ситтә ҡалмай, районда үткән һәр сарала ҡатнаша.
Тәбиғәттең ниндәй генә көйһөҙ мәле булыуға ҡарамаҫтан, юл төҙөүселәр алыҫ трассаларҙа көндө төнгә ялғап эшләй. Ҡышын юлдарҙы ҡарҙан таҙартыу тәүлек әйләнәһенә ойошторола. Шуға­лыр ҙа был һөнәрҙе тырыштар, сәмлеләр генә үҙ итә. Меңдәрсә кешенең ғүмере өсөн яуаплы бит улар. Ҡырмыҫҡалы юл төҙөүселәренең уңыш сере ябай: булдыҡлы етәксе, берҙәм коллектив, иң мөһиме — ваҡыт менән иҫәпләшмәү.




Вернуться назад