Ғафури районы башҡорттары ҡоролтайында һүҙ ауыл яҙмышы хаҡында барҙыУлтырыш башланырға апаруҡ ваҡыт бар. Шуға ҡарамаҫтан, делегаттар күптән инде килеп еткән: бер-береһенең хәл-әхүәлдәре менән ҡыҙыҡһыналар, көнитмешебеҙ хаҡында фекер алышалар. Шул саҡ кемдер:
– Районды бөтөрҙөләр инде, – тине, ауыр көрһөнөп.
– Гелән ситтән килгәндәрҙе ҡуйҙылар шул,– тине икенсеһе. – Ете ят кешегә һинең районың кәрәкме ни! Урлашалар-урлашалар ҙа һыпырталар. Ана, дауаханаға тигән әллә күпме аҡса юҡҡа сыҡҡан. Нишләп ғәйепле кешеһенән шуны кире ҡайтартмаҫҡа? Их, закон йомшаҡ шул. Ярай әле, был юлы хакимиәт башлығы итеп үҙебеҙҙең кешене ҡуйҙылар. Исмаһам, телгә алып һөйләрлек эш күренә һымаҡ.
– Шулай шул.
Бер аҙҙан экрандан райондың тормошо тураһында видеосюжет күрһәтелә башланы. Унан заман шарттарына яраҡлашҡан фермерҙар, эшҡыуарҙар, шәхси хужалыҡтарҙа күп һанлы мал-тыуар аҫраған уңғандарҙы күреп, бына бит, булдыралар тип күңел ҡыуанһа, ҡыйратылған, ташландыҡ фермаларҙы күреп, йән әсенде…
Район хакимиәтенең эштәр идарасыһы Әнүәр Муллағолов ҡорға йыйылыусыларҙы былтырғы эш һөҙөмтәләре менән таныштырҙы.
– Уҙған йыл бик еңел булмаһа ла, социаль-иҡтисади үҫеш йүнәлешендә билдәле уңыштарға өлгәштек, – тип башланы ул телмәрен. – 2011 йыл һөҙөмтәләре буйынса бөтә төр хужалыҡтар тарафынан 1 миллиард 452 миллион һумлыҡ тулайым ауыл хужалығы продукцияһы етештерелде. 16 293 гектар майҙандан 42 794 тонна иген уңышы йыйып алдыҡ. “Татлы тамыр”ҙың уртаса гектар ҡеүәте район буйынса 300 центнерҙан ашыу булды. Барлығы 40 382 тонна шәкәр сөгөлдөрө уңышы һатылды. Районда бәләкәй эшҡыуарлыҡтың үҫеше күҙәтелә. Былтыр ғына 138 эшҡыуар терәлгән, йәнә 226 эш урыны булдырылған.
Cығыш яһаусы халыҡты борсоған мәсьәләләргә лә туҡталды. Красноусолда, Табында, сәнәғәт предприятиелары ябылыу сәбәпле, бөгөн халыҡ эшһеҙлектән миктәй. Сәйетбаба, Ҡауарҙы, Имәндәш ауылдары фермерлыҡ эшенә ылығып китә алмай. Әлбиттә, был кәмселектәрҙе бөтөрөү йәһәтенән ниндәйҙер аҙымдар яһала, район үҙәгендәге элекке быяла заводында ағас эшкәртеү цехы асыу күҙаллана, халыҡ араһында аңлатыу, ойоштороу эштәре алып барыла.
Күпселек ауылдарҙа халыҡҡа ялын файҙалы үткәреү өсөн шарттар юҡ, һаулыҡ һаҡлау өлкәһендә лә кәйефте ҡырған кәмселектәр етерлек, хәмер менән мауығыусылар кәмемәй. Нигеҙҙә ошолар хаҡында һүҙ алып барҙы ҡоролтайҙа ҡатнашыусылар.
– Ошондай йыйылыштар йыш үтә. Алдыбыҙға маҡсаттар ҡуябыҙ. Улар ниндәйҙер кимәлдә үтәлгән дә һымаҡ, – тип һүҙ алды Үзбәк ауылының имам-хатибы Илфат Ғәлин. – Тик әле һаман тура юлға сыға алмайбыҙ. Сәбәбе – бәғзеләребеҙ шешәне генә ҡарап тора. Халҡыбыҙҙың йылдан-йыл аҙая барыуына “йәшел йылан” ғәйепле. Һигеҙ йылда ауылыбыҙ илле кешегә кәмегән. Яҡын-тирәләге ете ауылға бер генә клуб эшләй. Уныһы ла бынан ҡырҡ йыл элек һалынған...
Ҡурғашлынан Хәсән Ҡотов һуңғы йылдарҙа күперҙәр, юлдар, электр линияларының яңыртылыуы, мәктәптәрҙең төҙөлөүе хаҡында бәйән итте. Шулай ҙа, урман хужалыҡтары бөтөрөлгәс, тирә-яҡ ауылдар аяныслы яҙмышҡа дусар булған.
– Фельдшер-акушерлыҡ пункттары, клубтар иҫкерҙе, концерт ойошторам тиһәң, музыка ҡоралдары, милли кейемдәр юҡ. Тейешле шарттар булмағас, йәштәр күпләп ситкә китә, ауылда ҡарттар ғына ҡалып бара. Ергә ерегеп, бергә берегеп эшләгәндә генә, тыуған төйәгебеҙҙе һаҡлап ҡала аласаҡбыҙ, – тине ул.
Йыйылышта шулай уҡ киләһе һайлауға ҡағылышлы фекер уртаҡлашыу булды, урындағы ҡоролтайҙың яңы рәйесе һайланды.
И. ХАҠОВ.