Республикала һуңғы йылдарҙа юл төҙөлөшөнә етди иғтибар бирелә. Төбәктең юл төҙөлөшө комплексын үҫтереүгә Бөрө юл төҙөү-ремонтлау идаралығы ла лайыҡлы өлөш индерә. Шуны ла әйтәйек: район республиканың төньяҡ һәм төньяҡ-көнсығыш төбәген баш ҡала менән тоташтыра. Шуға ла биләмә аша үткән юлдарға талаптар айырыуса юғары.Юл төҙөү-ремонтлау идаралығы хеҙмәткәрҙәре үҙҙәренә йөкмәтелгән бурысты ҙур яуаплылыҡ менән башҡара. Коллектив оҙаҡ йылдар дауамында “Башкиравтодор” асыҡ акционерҙар йәмғиәтендә алдынғы филиалдарҙың береһе һанала. Предприятие эшсәндәре үҙҙәре ҡарамағындағы дөйөм файҙаланылыштағы 322,2 километр, шул иҫәптән 46,5 километр республика әһәмиәтендәге юлдарҙы йыл әйләнәһендә ҡараулы тота, ремонт эштәре һәм яңы төҙөлөш башҡара.
Идаралыҡты башҡаларҙан айырмалы иткән бер үҙенсәлекте билдәләп китеү урынлы. Республиканың юл хужалығы өсөн әһәмиәтле яңы башланғыстар, алдынғы технологиялар йыш ҡына ошонда тыуа. Әйтәйек, Бөрө идаралығы 2007 йылда республикала беренсе булып “Уралдортранс” проектлаусылары һәм Өфө дәүләт нефть техник университеты ғалимдары менән берлектә Бөрө — Яңы Биктимер автомобиль юлында, заманса конструкциялар ҡулланып, аркалы күпер төҙөп файҙаланыуға тапшырҙы. Артабан Өфө — Бөрө — Яңауыл автомобиль юлы төҙөлөшөндә тәүгеләрҙән булып “стеклонит” заманса геотекстиль материалын уңышлы ҡулланыуға ирештеләр. Иртә яҙҙан ремонт эштәрендә һалҡын асфальт-бетон ҡатнашмаһы ҡулланыу технологияһы ла Бөрө юлдарында башланғыс алды. Бер нисә йыл элек Өфө — Бөрө — Яңауыл трассаһының Мишкә районы биләмәһе аша үткән өлөшөндә йәнә бер яңылыҡ уңышлы һыналды: асфальт-бетон ҡатнашмаһы составында яңы материал — махсус “ПАН сүсе” ҡулланып, тәжрибә үткәрҙеләр. 2012 йылда Борай — Иҫке Балтас — Ҡуйыҙа автомобиль юлында ла ремонт эштәрен яңы технология буйынса башҡарҙылар. Йәғни япманың тулы киңлегенә “техпол” туҡылмаған синтетик материалын файҙаландылар. Бөрө идаралығы тәүгеләрҙән булып һынаған яңы технологик алымдар юлдарҙың сифатын яҡшыртыуға, уларҙың хеҙмәт итеү ваҡытын оҙайтырға булышлыҡ итә, иҡтисади яҡтан отошло.
Идаралыҡ хеҙмәткәрҙәре һәр заказды ҙур яуаплылыҡ менән ҡабул итеп, еренә еткереп башҡара. Улар рәтендә тиҫтәләрсә километрға һуҙылған яңы юлдар иҫәпләнә. Ағиҙел йылғаһы аша Бөрө районы менән ҡалаһын тоташтырған күпергә кереү юлдарын да улар һалды. Был ҡала менән район араһында өҙлөкһөҙ юл хәрәкәтен тәьмин итә.
Идаралыҡ тораҡ пункттарында юлдар төҙөү һәм ремонтлау буйынса ҡоласлы эш алып бара. Был йәһәттән һуңғы ваҡытта Иҫке Бурны, Иҫке Баҙан, Питяков, Калинники, Ҡуҙы ауылдарында байтаҡ юл яңыртылған. Булдыҡлы коллектив яҡын-тирәләге Тәтешле, Асҡын, Борай, Мишкә, Нуриман, Ҡариҙел райондарында һәм баш ҡалабыҙ Өфөлә лә юл төҙөлөшөндә күләмле эштәр башҡара.
Ағымдағы йылдың туғыҙ айында идаралыҡ 139,4 миллион һумлыҡ төҙөлөш-монтаж эштәре башҡарған. Өфө — Бөрө — Яңауыл трассаһында күләмле ремонт эштәре ғәмәлгә ашырылған.
Әлбиттә, коллективтың төп ғорурлығы — ауыр ҙа, маҡтаулы ла һөнәрҙе үҙ иткән булдыҡлы эшсәндәре. Предприятие үҙенең абруйлы хеҙмәт династиялары менән дан тота. Улар иҫәбендә — Абдуллиндар, Айдыбаевтар, Власовтар, Клоиминдар, Якимовтар, Хәтмуллиндар, Рябовтар, Стариковтар... Водитель Башҡортостандың атҡаҙанған транспорт хеҙмәт- кәре Александр Климин, машинист Александр Самойлов, Рәсәйҙең транспорт министрының Рәхмәт хатына лайыҡ Сергей Стариков, Башҡортостандың Маҡтау грамотаһы менән бүләкләнгән Сергей Айдыбаев, баш хисапсы Фәнисә Ғилфанова, производство-техник бүлеге етәксеһе Светлана Дойникова күптәргә үрнәк булып тора.
Етәкселәрҙән дә уңған коллектив. Идаралыҡҡа байтаҡ йылдар идара иткән, уны “Башкиравтодор” системаһында әйҙәүселәр иҫәбенә сығарған Фаат Хәлитов ике йыл элек етәкселек вазифаһын Данис Шакировҡа тапшырған. Данис Ғариф улы был коллективта 36 йыл эшләп, мастерҙан етәксе дәрәжәһенә күтәрелгән. Хеҙмәт уңыштары өсөн Башҡортостан Республикаһының Почет грамотаһы менән бүләкләнгән. Ул коллективтың күркәм традицияларын ышаныслы дауам итә.