“Урал батыр” сәйәхәтселәрҙе көтә!17.10.2015
“Ирәмәл” тәбиғәт паркы биләмәһендә “Урал батыр” башҡорт халыҡ эпосы буйынса экологик-туристик маршрут асыла.
Республиканың Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, туристик һуҡмаҡтың оҙонлоғо 28 саҡрым тәшкил итәсәк. Әле унда ете тематик туҡталҡа билдәләнгән. Тиҙҙән Урал батырҙың һәм эпостың бүтән геройҙарының ағас һындары барлыҡҡа киләсәк.
Парк хакимиәтендә әйтеүҙәренсә, яңы маршрут асылғас, туристар һаны яҡынса 10 меңгә артасаҡ тип күҙаллана.
Республикабыҙға килгән проектты финанслаған Рус география йәмғиәтенең вәкиле Александр Хацкевич та тәбиғәт паркының үҫешенә юғары баһа бирҙе.
– Йәмғиәт гранты иҫәбенә бик әһәмиәтле һәм күләмле эш тормошҡа ашырыла. Республикаға сәфәрҙән тик ыңғай тәьҫораттар ғына ҡалды, – тине ул.