Ҡарттарҙың өмөтө аҡланырмы?17.10.2015
Киләһе йылға Башҡортостанда пенсионерҙың йәшәү минимумын 7 842 һум күләмендә билдәләү күҙаллана.

“Дәүләт социаль ярҙамы тураһын­да”ғы Федераль законда ҡаралған социаль өҫтәмәне билдәләү өсөн тап ошо күләм файҙаланыласаҡ. Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайҙың Һаулыҡ һаҡлау, социаль сәйәсәт һәм ветерандар эштәре буйынса комитеты ултырышында ошо туралағы закон проекты тикшерелде.
Пенсионерҙың йәшәү минимумы дәүмәле Башҡортостан Республика­һында билдәләнгән ҡулланыу кәрзине һәм хаҡтар тураһындағы рәсми статистика мәғлүмәттәре нигеҙендә билдә­ләнде. Быйыл иһә пенсияға социаль өҫтәмәне билдәләү өсөн йәшәү минимумы дәүмәле 6 513 һум тәшкил иткән.




Вернуться назад