Ярҙам ни рәүешле булыр?17.10.2015
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаттары күп балалы ғаиләләргә айлыҡ пособиеға хоҡуҡты билдәләгәндә адреслылыҡ принцибын ғәмәлгә индерергә ниәтләй.
Күптән түгел закон сығарыусылар ошоға ҡағылышлы документтың проектын тикшерҙе. Ауыл ерендә йәшәгән, дүрт һәм унан күберәк бәлиғ булмаған балалы ғаиләләргә торлаҡ, коммуналь хеҙмәттәр өсөн түләүгә сығымдарҙы ҡаплау хоҡуғын да ошо нигеҙҙә билдәләргә тәҡдим ителә. Парламентарийҙар “Башҡортостан Республикаһында күп балалы ғаиләләргә дәүләт ярҙамы тураһында”ғы Законға үҙгәрештәр индереү проектын беренсе уҡыуҙа ҡараясаҡ.
Республикабыҙҙа күп балалы ғаиләләргә 30-ға яҡын социаль ярҙам төрө күрһәтелә. Йыл һайын федераль һәм республика ҡаҙнаһынан ошо маҡсатҡа һигеҙ миллиард һумдан ашыу аҡса бүленә.