Ришүәтсенең нәфсеһе туймай17.10.2015
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев Закон сығарыусылар советының милли именлекте ҡанундар менән тәьмин итеү һәм коррупцияға ҡаршы эшмәкәрлек мәсьәләләре буйынса ултырышын үткәрҙе.
Унда ришүәтселеккә ҡаршы ҡануниәтте үҫтереү йүнәлештәре тикшерелде. Константин Толкачев билдәләүенсә, әле Рәсәйҙәге коррупцияға ҡаршы закондар һөҙөмтәле булһа ла, ижтимағи мөнәсәбәттәр кимәлен иҫәпкә алып, уларҙы даими камиллаштырырға кәрәк.
— Хоҡуҡи йүнәлештә ҡайһы бер күрһәткестәр буйынса беҙ күп кенә илдәрҙән алда барабыҙ. Ғәмәлдәге норматив-хоҡуҡи базаны үҫтереү дауам итә. Быйыл ғына ришүәтселеккә ҡаршы эш итеү өлкәһендәге хоҡуҡ акттарына төҙәтмәләр индереүҙе күҙ уңында тотҡан бер нисә федераль закон ҡабул ителде, — тине республика парламенты етәксеһе.
Константин Толкачев әйтеүенсә, Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай ҡануниәт үҫешенә тос өлөш индерә. Ошо көндәрҙә Дәүләт Думаһы беҙҙең парламент тәҡдим иткән “Коррупцияға ҡаршы эш итеү тураһында”ғы Федераль закондың 125-се статьяһына үҙгәреш индереү хаҡында”ғы закон проектын тикшереп, беренсе уҡыуҙа ҡабул итте.